Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2023, 07:00

Этномузей тарих һөйләй

Бында сигергә, бәйләргә өйрәнергә лә мөмкин

Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй

"Башҡорт мәҙәниәте йорто” этномузейы 2023 йылдың 29 ғинуарында Белорет районының Тимер юлы ауылы “Ағинәйҙәр” ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тарафынан асылған.

Улар икенсе йыл йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, өмәләрҙә ҡатнаша, йөн ойоҡ бәйләй, быйма баҫа. Урындағы мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Изге ай” башҡорт фольклор коллективы ағзалары ла.

“Оҙаҡ ваҡыт башҡорт мәҙәниәте музейын булдырырға хыялландыҡ. Был идея менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Артур Закиров башланғысты хупланы һәм уларға муниципаль бина бүлде, ә урындағы башлыҡ мәҙәниәт йорто ойошторорға ярҙам итте.

Экспонаттарҙы бөтә ауыл йыйҙы, башҡорт мәҙәниәтенең һәм тарихының ысын мөйөшөн булдырыуға өлгәшелде. Бында башҡорттарҙың көнкүреше нисек ҡоролғанын ҡарау ғына түгел, үҙең дә сигергә, бәйләргә өйрәнергә мөмкин”, – ти ойоштороусылар.

Уҡыусылар өсөн тематик экскурсиялар һәм ҡул эштәре түңәрәктәре ойоштороласаҡ. Музейға килеүселәр традицион байрамдарҙа, йолаларҙа, уйындарҙа ҡатнашыуға саҡырыла.

Этномузейҙа башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше күрһәтелгән. Килеүселәр иҫтәлеккә сағыу фотолар төшөрә ала һәм ҙур булмаған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған.

Сығанаҡ: vk.com/bashkirskydom

Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй
Этномузей тарих һөйләй
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: