Балтас районында быйыл да “Йәш килен” республика милли конкурсы үткәрелә. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итә. Ойоштороусылары: республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы.
Иртәгәнән, йәғни 18 февралдән алып 1 мартҡа тиклем конкурста ҡатнашырға теләгәндәр заявка ебәрә ала, электрон адрес: [email protected]. Унда Башҡортостанда йә Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Шарттары: башҡорт телендә йә уның диалектында һөйләшеү, халыҡ йолаларын, милли кәсептәрҙе, аш-һыуҙы, иренең, үҙенең шәжәрәһен белеү.
Был матур сара Балтас ерендә быға ҡәҙәре лә үткәрелгәне булды. Конкурс ғаилә традицияларын, ҡиммәттәрен, ғаилә мәҙәниәте нигеҙҙәрен һаҡлауға, йәштәрҙә ныҡлы ғаилә ҡороуға ынтылыш уятыуға, ҡатын-ҡыҙҙың ыңғай, матур образын популярлаштырыуға арнала.
Беренсе - һайлап алыу туры - алда күрһәтелгән адресҡа ебәрелгән видеояҙмалар буйынса үткәрелә, икенсе, йәғни йомғаҡлау өлөшө, 17-18 мартта Балтас район мәҙәниәт һарайында ойошторола.
Конкурс бик ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булмаҡсы: уның барышында ижади оҫтахана, халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ һабаҡтары, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн “түңәрәк өҫтәл”, күргәҙмә-йәрминкә, башҡорт килендәренең конкурс-концерты, “Килен сәйе” лә үткәреләсәк.
Халҡыбыҙ мәҙәниәтенең матур сағылышы булырҙай сарала ҡатнашығыҙ, гүзәл заттар!
Фотоларҙа - үткән конкурстан күренештәр. Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы төркөмдәренән.