

Шайморат ауылында район гәзиттәре мөхәрририәттәре хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Мөхәррирҙәр, мөхәррир урынбаҫарҙары, яуаплы секретарҙар көнө буйы Башҡортостандың топ-спикерҙарын тыңлап, белемен арттырҙы.
Семинарҙа Бөрө, Благовещен, Архангел, Ауырғазы, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө, Шишмә райондары журналистары йыйылды. Улар Башҡортостан Журналистар союзының Үҙәк ижади берекмәһе ағзалары.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова Үҙәк ижади берекмәнең баҫмалары мөхәррирҙәре менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Район гәзиттәренең стилен һәм йөкмәткеһен тикшерҙе.
Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы журналистикала ҙур тәжрибәгә эйә. “Сибай эшсеһе” гәзитендә хеҙмәт юлын башлаған, хәбәрсенән баш мөхәррир вазифаһына тиклем үҫә. Артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының мәғлүмәт-аналитика бүлеге директоры була.
Ул гәзиттәрҙең биҙәлеше һәм йөкмәткеһенә ентекле анализ яһаны, етешһеҙлектәрҙе күрһәтте, өҫтөнлөктәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Үҙебеҙҙең район гәзиттәрен бик яратам. Уларҙа үҙенсәлекле, йәнле материалдар күп. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам: "Сибай эшсеһе" район-ара гәзитендә эшләү йылдары тәжрибәмдән сығып әйтәм, ул тормошомда иң яҡшы мәлдәрҙең береһе булды, – тине Зөһрә Сәйетҡолова.
Секция түңәрәк өҫтәл форматында үтте. Мөхәррирҙәр хеҙмәттәштәренең гәзит мәсьәләләрен ҡыҙыҡһынып өйрәнде, һорауҙар бирҙе, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Башҡортостан Республикаһы” Дәүләт унитар предприятиеһының медиа-директоры Айнар Байбулатов гәзиттә һәм электрон ресурстарҙа мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр тураһында материалдарҙы нисек дөрөҫ бирергә кәрәклеген аңлатты. Хәҙерге ысынбарлыҡ шундай: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрен, бигерәк тә сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтергә ярамай. Бындай үҙенсәлектәрҙе һәр кемгә еткереү бик мөһим ине.
Нәшриәттең юридик бүлеге мөдире Станислав Трутнев авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, ул бер фотоһүрәт арҡаһында 50 мең һум штрафты нисек алмаҫҡа аңлатты.
– Хәҙер суд эштәре буйынса аҡса эшләүсе ойошмалар бар. Авторлыҡ хоҡуҡтарын фотоһүрәттәрҙән һатып алалар, ә һуңынан махсус программалар ярҙамында уларҙы кем алып, сайтҡа йә гәзиткә һалғанын күҙәтеп баралар. Ә улар кәмендә 50 мең һумға судҡа мөрәжәғәт итә, – тине спикер.
Айырым майҙансыҡтарҙаа мөхәррир урынбаҫары һәм район баҫмалары бүлектәре начальниктары йыйылды. Уларҙы бик ҡыҙыҡлы фекер алышыу көтә ине. Нәшриәт сайттарының веб-мөхәррире Азамат Абдрафиҡов сайттарҙы ҡараусылар артһын өсөн һанлы форматта эшләү тураһында һөйләне. Ул социаль селтәрҙәрҙә һәм сайтта нисек реклама бирергә һәм рекламаның дөрөҫ макетын эшләргә кәрәклеген аңлатты. Был эске махсус темалар, әммә журналистар өсөн улар бик мөһим. Бөгөнгө көндә райондар интернет селтәрендә яҡшы эшләй. Әйтәйек, ғинуарҙа Үҙәк ижад берекмәһе редакциялары бөтәһе 800 меңдән ашыу уҡыусыны йыйған.
Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты Найлә Әхмәтйәнова милли телдәрҙә баҫылып сыҡҡан баҫмаларға анализ эшләне.
Программа бик бай йөкмәткеле ине. Пандемияға бәйле, бер нисә йыл дауамында район гәзиттәре мөхәррирҙәренә йыйылыу мөмкинлеге булманы. Хеҙмәттәштәр шатланып аралашты, тәжрибә уртаҡлашты, һуңғы яңылыҡтар буйынса фекер алышты.
Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Автор: Әлфиә Әхмәҙуллина.
Фото: karmaskaly-nov.ru