Башҡорт һәм татар эстрадаһының йәш йырсылары Гөлназ Асаева һәм уның ире Вилдан Шәмсетдинов тураһында социаль селтәрҙә нимәләр генә яҙмайҙар.
Хатта уларҙың айырылыша тигән хәбәре күптәргә аяҙ көндә йәшен кеүек булған ине. Матур парҙың көләкәс ҡыҙҙары Динә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Әле йырсылар Татарстан буйлап үҙҙәренең гастролдәрен башлаған. Шундай концерттарҙың береһендә Фәрит исемле тамашасы уларға бик матур бүләк тапшырған. Был хаҡта Гөлназ Асаева үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
"Хөрмәтле тамашасылар! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Бик йылы ҡабул иттегеҙ. Бүләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бына ҡарағыҙ әле, Фәрит абый ниндәй сана бүләк итте?! Уның үҙенсәлеге шунда: "Динә" тип яҙылған. Беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле бүләк был. Мең рәхмәт һеҙгә! Шул хәтле ҙурланығыҙ. Беҙ шаҡ ҡаттыҡ", - тигән ул.
Фәрит исемле тамашасы үҙ ҡулдары менән семәрләп Динә ҡыҙҙары өсөн ағастан сана бүләк иткән. Була бит шундай изге күңелле һәм оҫта ҡуллы кешеләр!
Фото: Видеонан скриншот.