Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Февраль 2023, 16:00

«Аулаҡ өй»

Күрҙем ауылында нисек ял итәләр?

«Аулаҡ өй»
«Аулаҡ өй»

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Күрҙем ауылының Нигамаевтар ғаиләһендә «Аулаҡ өй» фольклор кисә үткәрелде. Улар ауылдың барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнашып, матур тормош менән йәшәй. Күпләп мал көтәләр, бал ҡорттарын үрсетәләр. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул үҫә. Күрҙем ауылы халҡы Нигамаевтар ғаиләһе менән һоҡлана, ғорурлана.
   

Был күркәм сарала ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре ҡатнашты. Дәртле гармун көйҙәре кисә биҙәге булды. «Аулаҡ өй» йолаһы халҡыбыҙҙың күңелле уйындары, йырҙары менән үрелеп барҙы. Был күңелле кисә һый-ниғмәт менән тулы өҫтәлдәр артында дауам итте. 

Фото һәм видео: vk.com/id489947979

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: