М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ижади коллективының туған телебеҙгә бәйле сюжетҡа ҡоролған видеояҙмалары уйландырырлыҡ та, фәһем алырлыҡ та. "Туған тел иләнән башлана" проектының авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.
Балаларыбыҙ кесе йәштән үк үҙ телебеҙҙе белеп үҫһен өсөн нимә эшләйбеҙ? Иң мөһимен – ғаиләлә башҡортса һөйләшеүҙе күҙ уңынан ысҡындырып, балаларҙы туған телдә аралашыу хоҡуғынан яҙҙырмайыҡ.