Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Февраль 2023, 17:30

Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"

Башҡорт халҡының үлемһеҙ эпосын күмәкләп һөйләү өсөн майҙанға йыйылдылар 

Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"
Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"

Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһында халҡыбыҙҙың тел ҡомартҡыһы, аҫыл гәүһәрҙәренең береһе "Урал батыр" эпосын күмәкләп һөйләү сараһы үткәрелде. "Батырҙан батыр тыуа" тип аталды ул. Тамашала М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт филологияһы факультетының "Сәсәндәр мәктәбе" студенттары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары, "Ауаз" фольклор ансамбле, яҙыусылар, ғалимдар ҡатнашты.

Фәһемле сара хаҡында театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина хәбәр итте. Башҡортостандың халыҡ сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева һүҙҙәре менән әйткәндә, башҡортто башҡорт иткән "Урал батыр" эпосын ҡат-ҡат уҡыу – Ер шарында тыныслыҡҡа бер аҙым ул. Шулай була күрһен! 

Фотолар - Милли йәштәр театрынан.

Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"
Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"
Тыныслыҡҡа өндәй "Урал батыр"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: