

Туған телебеҙҙе хөрмәтләү эстафетаһына баш ҡалабыҙҙағы 21-се лицейҙың 3-сө класс уҡыусыһы Айлина Ҡәйүмова ҡушыла. Ул әсә теленә һөйөүен йыр аша белдерә.
Бәләкәй йырсы Лариса Абдуллина һүҙҙәренә Айбулат Кәримов яҙған "Телем" йырын башҡара.
Әйткәндәй, Айлина 2022 йылда "Сулпылар" республика телевизион конкурсында Гран-при яуланы. Талантлы артист, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмовтың ҡыҙы ул, йырға һәләт ҡандан бирелгән. Күҙ теймәһен бәләкәй йондоҙсоҡҡа, афарин!
Дуҫтар, Айлинаның сығышын кемдәр күтәреп алыр?)
Фото: vk.com/id9622703