

Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында «Әҙәбиәттә туған телдең бөйөклөгө» тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Ул йыл буйы үткәрелә торған «Әҙәби гөлләмә» фестиваленең беренсе сараһы булды, тип аныҡларға кәрәк.
Фестиваль, үҙ сиратында, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыуға шарттар булдырыу буйынса алып барылған эштең бер сағылышы.
Әҙәби осрашыу төрлө милләт вәкилдәре араһында берҙәй билдәле бөйөк шағирҙар - Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафури осоронан алып Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтарҙың ижади эшмәкәрлегенә, ижади дуҫлыҡтарына арналды. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, тел һәм әҙәбиәт белгестәре, республикала эшләп килгән милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, әҙәбиәт һөйөүселәр, йәш быуын вәкилдәре ҡатнашты.
Осрашыуҙың Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Бында яңы заман шарттарында аҙ һанлы халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау буйынса төплө фекер алышыу булды, аныҡ тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Йәштәр туған телде өйрәнһен өсөн, уны модалы итеү, заманға яраҡлаштырыу сараларын табыу зарур - төп фекер ошо булды, һәм бының менән килешмәйенсә мөмкин түгел. Һәм тағы ла: тотош милләттең теленә юғалыу хәүефе янағанда, ҡул ҡаушырып, ҡоро хәбәр һөйләп ултырыу эш түгел, һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә бурыслы.
Осрашыу аҙағында төрлө милләттең йәш вәкилдәре илһамланып туған телдәрендә шиғыр һөйләне. Күтәренке рухта башҡарылған Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры сарала ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.
Сараны Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.