Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Февраль 2023, 16:50

Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ!

Ошоға тиклем  «Һәнәк» журналын етәкләгән Миләүшә Ҡаһарманова бөгөндән яңы вазифала.

Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ!Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ!
Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған әҙәби осрашыуҙа БР милли әҙәбиәт музейының яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.

Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Алмас Сәйетов 2023 йылдың 21 февраленән Миләүшә Хәбилованың (Ҡаһарманова) директор вазифаһын башҡарыуы тураһында иғлан итте. Әлеге тәғәйенләнгәнгә тиклем ул «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләгән.

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Бөрйән районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, ғүмере буйы башҡорт журналистикаһында эшләгән. Ике шиғри йыйынтыҡ һәм ике проза китабы авторы.

Яңы етәксегә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас