Татарстандың сағыу йондоҙо, билдәле йырсы Гүзәл Уразованың гастролдәре Башҡортостанда үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
Туймазы ҡалаһында концерттан һуң йырсының бик сәйер шарттарҙа сәхнәгә кейеп сыға торған 11 күлдәгенең береһе юҡҡа сыға. Барыһы ла юғалған күлдәкте эҙләй, хатта сүп-сар һауыттарын да ҡалдырмайҙар, әммә ул табылмай.
Ахыры йырсы уны Ырымбурға барып, ике көн эсендә тегеүселәр янында баҫып тороп, яңынан тектереп, гастролдәрен уңышлы тамамлап ҡайтып китә. Бер аҙнанан һуң Туймазы мәҙәниәт йортонан күлдәктең табылыуы хаҡында хәбәр еткерәләр.
"Мин инде яңы күлдәк тектереп кейгән инем, был күлдәктең юғалыуын да ҡабул иткән инем. Яңынан тағы ла һөйөндөм. Рәхмәт яуһын тапҡан кешеләргә", -тигән һүҙҙәр яҙған йырсы социаль селтәрҙә был яңылыҡты ишеткәндән һуң.
Гүзәл Уразованың социаль селтәрҙәге дуҫтары был күлдәкте кеймәҫкә, хатта уны тотмаҫҡа, яндырырға кәңәш итә.
"Гүзәл, яндыр һин уны, ҡулыңа ла алма! Көнләшеүселәр күп!"
"Табылған күлдәкте кеймә, сибәрем!"
"Хәҙер һеҙҙең ике бер төрлө күлдәгегеҙ булды", - тип яҙыусылар ҙа булған.
Ҡайтанан табылған күлдәген кейерме-юҡмы - ул хаҡта Гүзәл Уразова аныҡ ҡына яуап бирмәгән. Әйткәндәй, был хәлгә ҡарата һеҙ ни әйтер инегеҙ?
Фото: Интертат.