Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Февраль 2023, 15:30

Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә

Владимир Спиваков: "Башҡортостанға килеүемә һәр ваҡыт шатмын", - ти.

Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә
Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә

СССР-ҙың халыҡ артисы, донъяның билдәле скрипкасыларының һәм дирижерҙарының береһе маэстро Владимир Спиваков етәкселегендә Рәсәйҙең Милли филармония оркестры республика ҡалаларында өс концерт бүләк итә: икәүһе - Өфөлә һәм берәүһе - Салауат ҡалаһында.

21 февралдә ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында сығыш яһаны. Рәсәй милли филармония оркестры Жорж Бизеның Родион Щедрин эшкәртеүендәге “Кармен-сюита”һын, Габриэль Фореның “Павана”һын, Жак Иберҙың “Париж” һәм Морис Равелдең “Болеро” симфоник сюитаһын башҡарҙы.

22 февралдә фестиваль сиктәрендә Өфөлә Людвиг Ван Бетховендың “Фортепиано менән оркестр өсөн 3-сө концерт”ы һәм Дмитрий Шостаковичтың “Променад оркестры өсөн сюита”һы тәҡдим ителәсәк. Оркестр менән Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүсеһе – 12 йәшлек Роман Шер сығыш яһай.

Владимир Спиваков: “Өфөгә, Башҡортостанға килеүемә һәр ваҡыт шатмын. Был - минең тыуған илем. Кеше үҙ тамырҙарын белергә тейеш. Кисә балалар менән һөйләштем, улар мине бында нисек ҡаршы алыуҙарын һораны. Мин: “Туғанын ҡаршы алған кеүек” - тинем. Ысынлап та, шулай”.

Фестиваль Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров булышлығында һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының "Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Фото: mgazeta.com

 

Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә
Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә
Башҡортостанда “Владимир Спиваков саҡыра...” фестивале үтә
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: