

Был хаҡта "Таң" гәзите хеҙмәткәре Таңһылыу Баһауетдинова хәбәр итә.
"Талантлы яҡташыбыҙ – Ҡолғана ҡыҙы, йырсы Гөлнара Вәлиева көршәксе, йәғни балсыҡтан һауыт-һаба эшләүсе булып киткән, тиҙәр...
- Бында балсыҡ оҫтаханаһында күптән булғым килә ине. Балсыҡтан һауыт-һаба әүәләү, әҙер әйбергә һүрәттәр төшөрөү – бик мауыҡтырғыс, тулҡынландырғыс шөғөл. Әллә күпме ыңғай хистәр алаһың. Шуны әйтә алам, бында бер тапҡыр ғына булыу етмәй. Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә. Бында тағы-тағы килге килә, - тип хәбәр итә ул.
Эйе, талантлы кеше һәр яҡтан булдыра, һәр нәмәгә ижади ҡарай. Афарин, Гөлнара!" - тип яҙған Бөрйән журналисы.
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзите.