“Беренсе тапҡыр Яңы йылды һинһеҙ ҡаршылайым. Ҡайҙа һин, Рәлиф? Бер нәмә аңлатманың да, ҡайтманың да ҡуйҙың. Бөтәһе лә һәйбәт ине бит һуң. Бер ауыҙ һүҙгә килешмәнек. Матур итеп, тырышып, тыныс ҡына йәшәй инек. Әллә күҙ генә тейҙе инде беҙгә, насар, көнсөл күҙҙәр…”
Уйҙарының осона сыға алмай, оҙаҡ торҙо тәҙрә ҡаршыһында Сәриә, ҡарлы урамға ҡарап. Шундай матур итеп, әкрен генә ҡар яуа. Урамды яҡтыртып янған фонарҙар янында уралып-уралып, аҡ күбәләктәр булып өйөрөлә ҡар бөртөктәре. Урамда шундай йәмле. Бөтә ерҙә йәнлелек, байрам кәйефе. Бына ҡулына ҙур пакеттар тотҡан егет менән ҡыҙ йүгереп үтте, Яңы йыл табынына ашығаларҙыр инде. Юҡ, балҡып янған фонарь аҫтында туҡтанылар. Пакеттарын ҡар өҫтөнә ҡуйып, онотолоп үбешергә керештеләр. Шунан бер-береһенә ҡарап көлөргә тотондолар, бағана тирәләй, бала-саға кеүек, баҫтырышып уйнай башланылар. Бына егет ҡыҙҙы бағана менән ҡуша ҡосаҡланы ла ирендәренә үрелде… Сәриә, уларҙы күҙәтеп тороуынан оялып, ҡарашын урамдың икенсе осона күсерҙе. Ана, бер егет былай табан йүгерә: бер ҡулында – торт, икенсеһендә гөлләмә. Уның артынса бер төркөм ашығып үтеп китте, ҡунаҡҡа ҡабаланыуҙары күренеп тора. Сәриә, тәҙрә пәрҙәһен ябып, өҫтәл янына килеп ултырҙы, ҡарашын стеналағы ҙур сәғәткә төшөрҙө. Ун тулып килә. Үҙенсә әҙерләнгән булды ул: бер-ике төрлө салат эшләне, емеш-еләк ҡуйҙы. Хатта шампан шарабын ултыртҡан булды. Ана, ултыра өҫтәл ситендә, башын ялтыратып. Тик кем генә асыр икән һуң уны? Шундай яманһыу булып китте Сәриәгә, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Уйҙарынан башы ярылырҙай булып тойолдо.
Туҡта, ниңә бындай билдәһеҙлектә ҡалды һуң ул? Нимәнән башланды был айырылыу? Сәбәбен таба алманы Сәриә. Утыҙ йылдан ашыу ғүмер итте ире менән, инде улы ла, ҡыҙы ла үҙ ғаиләһе менән айырым йәшәй. Олатай-өләсәй булырға ла өлгөрҙөләр. Ял көндәрендә өйҙәре балаларҙың шат тауышына тула. Шунан да олораҡ бәхет бармы һуң?! Инде ярата ейәндәрен Сәриә. Рәлиф тә уларҙы үлеп ярата ине бит һуң. Улар янында йәшәреп, нурланып китә торғайны. Ҡайҙа икән һин хәҙер? Кеҫә телефоны гел янында йөрөй, шылтыратып, хәбәр итергә була бит…
Үҙҙәренең йөк машинаһы бар ине уларҙың. Быға ҡәҙәр гел алыҫ рейстарҙа йөрөнө. Арып-талып ҡайта, бигерәк йыраҡтарҙан урай ине шул. Һөйөнөп ҡайтып инер ине. Алдан хәбәр иткәс ни, ҡайтыуына мунса яғылған, табын ҡоролған. Атайҙары ҡайтыуға балалар ҙа килеп етә, бер оло байрамға әүерелә ине ҡаршылау. Гел шулай тыныс ҡына, матур ғына йәшәрбеҙ, тип һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәне Сәриә. Эшенә, байрамға барған кеүек, иң матур кейемдәрен кейеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөнө. Өйөнә лә гел ашығып-ашҡынып ҡайтты. Рәлифе ҡайтыуға тәмле ризыҡтар әҙерләргә ашығыр ине. Бер көн, киске аштан һуң, Рәлиф район гәзитендәге иғландарҙы уҡып ултырғанда:
– Ҡарале, Сәриә, Шишмә районына урып-йыйыу эштәренә шәхси йөк машинаһы булған шоферҙар саҡырыла, тигәндәр. Ятаҡ бирелә, өс тапҡыр йылы аш, эш хаҡы ла ярайһы ғына. Тегендә-бында алыҫ рейстарҙа йөрөгәнсе, әллә барып ҡарайыммы? – тип өндәште.
– Бик алыҫ түгелме һуң, көн дә ҡайтып йөрөй алаһыңмы? – тип һорауға һорау бирҙе Сәриә.
– Дүрт-биш сәғәтлек юл, көн дә ҡайтыу турында һүҙ ҙә юҡ. Етмәһә, урып-йыйыу осоронда һәр сәғәт ҡәҙерле, – тип яуапланы Рәлиф.
Иренең һәр һүҙенә буйһоноп, ҡеүәтләп өйрәнгән Сәриә уның теләгенә ҡаршы килмәне. Кейем-һалымын, юлға ризыҡ әҙерләп, матур теләктәр менән оҙатты Шишмә тарафына. Ул ваҡытта әле август башы ғына ине. Рәлиф, көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратып, хәлен белешеп торҙо. Балаларына ла йыш шылтыратты. Ике айҙан шылтыратыуҙар һирәгәйҙе. Сәриә шылтыратҡанда ла, эш күплеккә һылтанып, тиҙ генә, аҙ ғына һөйләшер булып китте. Тауышы шул уҡ, тик нисектер һалҡын һымаҡ тойолдо. Әллә ауырып киттеме икән? Улай тиһәң, көнө-төнө рулдә арыта, тип хәбәр һала. Күңеле менән һиҙә Сәриә: үҙгәрҙе Рәлифе, ят кешегә әйләнеп барған кеүек. Тауышында йылылыҡ та, шатлыҡ билдәләре лә юҡ. Элегерәк, алыҫ рейстарға йөрөгәндә, нисек ҡыуаныр ине Сәриәһе шылтыратһа, һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине.
Һуңғы тапҡыр октябрь уртаһында ҡайтып китте Рәлиф. Йылы кейемдәрен алып, мунса инеп сығып, аҙыҡ-түлек тейәне машинаһына. Киске аштан һуң, иртән иртүк юлға сығырға кәрәк, тип тиҙ генә залдағы диванға ятты ла йоҡлағанға һалышты. Һиҙенде Сәриә, төшкө аш табынында уҡ һиҙенде. Ҡарашын йәшерҙе ул Сәриәһенән, тура ҡарарға ҡыйманы. Ашығып-ашығып ашаны ла телевизор ҡаршыһына барып ултырҙы. Янына барып, Сәриә иренең иңбашына ҡулын һалғас, йәһәт кенә тороп, юҡ йомошон бар итеп, тышҡа сығып китте.
Оҙаҡ ҡына урамда йөрөп ингәндән һуң, йоҡларға булды. Сәриәһе яғына ҡараманы ла, хәлен дә һорашманы. Билдәһеҙлектән дә ауыр хәл юҡ икән. Һөйләшһен ине ул асыҡтан-асыҡ. Бына шулай бит әле, Сәриә, мин башҡаны осраттым, башҡаны яратам, тиһен. Аңларға тырышыр ине әле. Юҡ, аңламаҫ ине. Нисек инде, олатай-өләсәй булып, балалар бәхетенә ҡойоноп йәшәгәндә, башҡа берәүгә ғашиҡ булып, ғаиләңдән ваз кисмәк кәрәк. Бары тик һөйәркәһе барлығы менән генә аңлата Сәриә Рәлифенең үҙ-үҙен тотошон. Күҙенә ҡарарға ҡыймай, ҡарашын ситкә бора. Бур бесәй кеүек һыпыртырға тора.
Аҙ һүҙле Сәриә иренең һүҙ башлауын көттө, тик Рәлиф аңлашыуҙан ҡасырға тырышты. Сәриәнең “Ни булды һиңә, Рәлиф? Аңлат әле?!” тигән һорауына яурынын ғына һелкетте лә тиҙерәк машинаһына ашыҡты. Ярай әле һаубуллашты, кабинаһына инеп ултырғас, йылмайғандай итте, ҡулын күтәрҙе, шунан ашығып китеп барҙы. Ҡул болғап ҡалды Сәриә. Машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла, күҙ йәшенә төйөлөп, өйгә инде. Ошо иркен, матур өйҙә – япа-яңғыҙы. Икәүләп, матурлап, наҙлап төҙөгәйнеләр бит! Ҡайҙа ҡарама – Рәлифтең ҡул эҙҙәре. Бындай хәлде балаларҙан да йәшереп булманы. Улы сабыр, тыныс, тап Сәриәнең үҙе кеүек. Атаһын аҡларға маташты. Һуң, әсәй, эше күптер, урып-йыйыу осоро бит, тип һөйләнгән булды. Ә бына ҡыҙы эттән алып эткә һалып һүкте атаһын, башҡа ҡайтып, әҙәм көлдөрөп йөрөмәһен, тине. Ул уның менән һөйләшмәйәсәк тә. Ғәрсел шул Әлиәһе, бик ғәрсел. Әсәһен бар күңеле менән аңлап, янып-көйөп йөрөгән сағы.
– Әллә берәй һүҙ бармы, ҡыҙым? – тип һорауына ла:
– Ишетерһең әле, еткерерҙәр, – тип бик асыулы ҡайтып китте кисә.
Эй, балам! Һиңә һөйләмәгәс тә, ишетмәгән тип уйлайһыңмы? Сәриә, ауыр һулап, диванға барып ултырҙы ла уйҙарына сумды. Кинәт кенә бөгөн иртән булған хәл иҫенә төштө. Ауылдан инде бишенсегә бала табырға йыйынған ҡатынды килтергәйнеләр. Ауыр хәлдә бисараҡай. Ваҡыты еткән дә бит, тыумағас, тыумай инде сабый. Бөтә тәжрибәһен, белемен, тырышлығын һалды Сәриә. Алдында ятҡан ҡатындың арыҡ кәүҙәһенә, тоноп барған күҙҙәренә ҡарап, шундай йәлләү алды күңелен. Эй был ауыл ҡатындары! Бигерәк аямай инде үҙҙәрен. Өйөндә көтөп ҡалған дүрт балаһы теленән дә төшмәй: “Зинһар, ҡотҡарығыҙ мине, доктор, балаларым хаҡына”, – тип ялбара меҫкен.
Ҙур ауырлыҡтар менән тыуҙы сабый, Яңы йыл алдынан бүләк – дүрт ҡыҙыҡай янына бер батыр малай булып. Ә тауышы ниндәй көр үҙенең. Баланы ҡабул итеүгә, бүлмәне йән өҙгөс тауыш ярҙы.
– Доктор, мин һеҙҙе күрмәйем, һуҡырайҙым бит!
Сәриә тиҙ арала бала тапҡан ҡатынды реанимация бүлегенә оҙатты. Тейешле процедураларҙан һуң, ҡатындың аяҡтарына йылы грелкалар ҡуйып, ҡайнар сәй эсерҙе, матур, йылы һүҙҙәр әйтеп, йыуатты:
– Борсолма, һеңлем. Була торған хәл, бына бер-ике сәғәттән хәлең шәбәйер, – тип йыуатып, янында ултырҙы. Ҡатын йылынып, йоҡлап киткәс, шым ғына баҫып, үҙ бүлмәһенә атланы.
Бына шунда ишетте лә инде ул яман хәбәрҙе. Ярым-асыҡ торған шәфҡәт туташтары бүлмәһенән Йәмиләнең шат тауышы килә:
– Бына шулай инде ул донъя! Әллә кем булып, гел ауыҙын йырып, шат йылмайып йөрөй ине тәтәй бисә. Ана, ире Шишмәлә бер йәш ҡатынға кергән, тиҙәр. Ҡайтып та китмәй икән.
- Гөлшат САМАТОВА
(Дауамы бар).