Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының XVI съезы үтте. Сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, бүтән илдәрҙә йәшәгән яҙыусылар ҙа, ҡәләм тотҡан авторҙар ҙа йыйылды. Беларусь Республикаһынан делегация ла килде. Законға ярашлы, Рәсәй Яҙыусылар союзы Уставының яңы редакцияһын ҡабул итеү, идара рәйесен һәм ағзаларын һайлау кеүек төп мәсьәләләрҙән тыш, съезда яҙыусы һүҙе кеүек мөһим мәсьәләгә лә туҡталды әҙиптәр.
Союздың яңы рәйесе итеп бер тауыштан әлегә тиклем ошо ойошмаға етәкселек иткән Николай Фёдорович Иванов һайланды. Ул, Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән яңы Мәҙәниәт фронтына ҡушылып, әҙәбиәт өлкәһендә яҙыусылар әҫәре аша ғына түгел, сығыштары менән дә илде һаҡлау тураһында һүҙен әйтергә бурыслы булыуын белдерҙе.
Әҙәбиәт берләштереү көсөнә эйә
Съездың эшендә билдәле сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты – Китап сығарыусылар союзы рәйесе Сергей Степашин, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет исеменән Валерий Фадеев, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев. Рәсәй Президенты Хакимиәте исеменән тәбрикләү һүҙен беренсе урынбаҫар Сергей Кириенко яҙған. Александр Проханов, Станислав Куняев кеүек бөгөнгө әҙәбиәт классиктарының сығышын залдағылар ялҡынлы алҡыштар менән ҡабул итте, сөнки улар Ватан, илебеҙҙәге рухи ҡиммәттәр тураһында һөйләне.
Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев съезд делегаттарын үҙе етәкләгән ойошманың эше менән таныштырҙы. Әйткәндәй, Рәсәйҙә Журналистар союздары ағзалары күберәк, бер яҡтан, был аңлашыла ла. Журналист – ул һәр ваҡиғаға бәйле тиҙ арала фекер туплап, мәғлүмәт бирә алған һөнәр эйәһе. Ҡеүәтле ул Рәсәй Журналистар союзы! Шәхсән ойошманың эшен ситтән түгел, эстән күреп, баһалай алам. Бөгөн Рәсәй журналистары махсус хәрби операцияла ла ҡатнаша, илдең бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн һәр тармаҡта оператив эш алып бара. Социаль селтәрҙәрҙәге хеҙмәт, даими рәүештә журналистар өсөн ойошторған оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, онлайн-конференциялар – барыһы ла журналист һөнәренең абруйын күтәрә, әүҙемлеген арттыра торған саралар. Ниндәй генә ижади ойошма булмаһын, бөгөн барыбыҙҙың да маҡсаты бер – ил мәнфәғәтендә хеҙмәт итеү, дөрөҫ мәғлүмәт биреү, сит илдән яуған төрлө фейктарға ҡаршы тороу. Владимир Геннадьевич яҙыусыларҙы Журналистар союзы сараларында, конкурстарында, яңы проекттарында ҡатнашырға саҡырҙы. Әйткәндәй, ике союздың да рәйестәре – утлы нөктәләрҙә хәрби корреспондент булған кешеләр. Юҡҡа ғына Николай Федорович коллегаһына “Эргәлә һәм бергә!” тип яҙылған вымпел тапшырманы: бөгөн ил мәнфәғәтендә бергә булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим!
Эргәлә һәм бергә... Ошо һүҙҙәргә бөгөн һәр ҡәләм оҫтаһы иғтибар итергә бурыслы. Илдең сигендә генә түгел, илдең эсендә лә алыш бара бит. Ниңә ошо хаҡта яҙыусылар өндәшмәй? Беҙҙең илебеҙгә, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған Ватаныбыҙға мөнәсәбәтебеҙ юҡмы әллә? Кемдәрҙер ил эсендә илгә ҡаршы фекер әйтеп, гастролдәрҙә йөрөгәндә, ниңә беҙ өндәшмәй ҡалырға тейеш! Ватаның ауыр хәлдә ҡалғанда, уның эсендә фетнә ойоштороуға сик ҡуйыу кәрәк. Егеттәребеҙ ил өсөн һәләк булғанда, уларҙың ата-әсәһенә йыуатыу һүҙен табыу тураһында уйланыр урында беҙ өнһөҙ ҡалабыҙмы?! Эйе, кемдер аҡса өсөн киткәндәрҙе телгә алыр, икенселәр, формалағылар тейеш, тиер. Ә бына үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ғүмерҙәрен биргәндәр тураһында ни әйтерһегеҙ? Улар бит идея өсөн, ил тойғоһон һаҡлаған өсөн һәләк булды. Бына ошолар булырға тейеш беҙҙең әҫәр геройҙары! Ошондай улдары булған ил ҡара көстәрҙе еңәсәк! Классик Некрасовтың һүҙҙәре юҡҡа ғына иҫкә төшмәне: “Шағир булыу мөһим түгел, граждан булыуың шарт!”
Балалар өсөн яңы әҫәрҙәр кәрәк!
Беҙҙең республиканан был мәртәбәле сарала дүрт әҙип – Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Марсель Сәлимов, Камил Йыһаншин, прозаик, тәржемәсе Светлана Чураева һәм мин ҡатнаштыҡ. Алда әйткәнемсә, сарала Рәсәй әҙәбиәтенең үҫеш тенденциялары тураһында һүҙ барҙы. Яҙыусылар Рәсәйҙең мәғариф тармағы А.Фадеевтың “Йәш гвардия”, Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” әҫәрҙәрен яңынан мәктәп программаһына индереү хаҡындағы тәҡдимен хуплап ҡына түгел, алҡышлап ҡаршыланы. Ҡайһы берәүҙәр бөгөндән был әҫәрҙәрҙе уҡыта башларға кәрәклеге, хатта балалар баҡсаларында ла уларға бәйле саралар үткәреү тураһында ҡыйыу ҡараштарын белдерҙе. Әйткәндәй, Яҙыусылар съезында ойошмаға мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Шунһыҙ булмай, өлкән быуын яҙыусылары “Йәш гвардия”ны уҡып үҫкән, улар ундағы ҡиммәттәрҙең мөһимлеген тәрән аңлай, үҙҙәре лә ошо рухтағы әҫәрҙәр ижад итә. Ә бына йәш быуын был романдарҙы бөтөнләй ҡабул итмәүе лә ихтимал. Тотош бер быуын әҙәби әҫәрҙең ҡиммәтен, уның яҙылыу маҡсатын бөтөнләй аңламай үҫте, шуға күрә бөгөндән был әҫәрҙәр менән балалар баҡсаһына инеп булмай, әлбиттә. Әммә йәштәр өйрәнергә тейеш.
Йәнә бөгөнгө йәш кеше: “Уларға был эштәре өсөн күпме түләгәндәр һуң?” – тип һорауы ла ихтимал. Яңы быуын “һәр нәмәнең хаҡы, баһаһы бар” тигән ҡараш менән тәрбиәләнде. Һынылышлы осорҙа быуындарҙы быуынға бәйләгән яңы әҫәрҙәр кәрәк! Бигерәк тә балалар өсөн! Китап уҡыу мәҙәниәте, рухи зауыҡ, милли мәҙәниәт һәм йолалар балалар баҫмаһы аша тәрбиәләнә. Шуға күрә бөгөн “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” кеүек балалар баҫмаларының ни тиклем мөһим һәм ҙур яуаплы эш атҡарыуын беҙгә тәрән аңлау мөһим. Тап улар аша конкурстар үткәреп, хәҙерге заман геройы менән таныштырыу, туған тел, ил, мәрхәмәтлек, яҡшылыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе аңлатыу зарур. Яңы заман геройы ниндәй булырға тейеш һуң? Уны баланың яңыса фекерләү талабынан сығып, шул уҡ ваҡытта тәрбиәүи әһәмиәтте һис иҫтән сығармай ижад итеү кәрәк!
2023 йылдың 25 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин “2014 йылдың 24 декабрендәге Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан раҫланған Дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте нигеҙҙәре тураһындағы үҙгәрештәр индереү тураһында” 808-се Указға ҡул ҡуйҙы. Унда һүҙ тап хәҙерге заман әҙәбиәтен ҡеүәтләү, әҙәби баҫмаларҙы сығарыу һәм таратыу эше, бигерәк тә балалар әҙәбиәте мөмкин тиклем үҙенең үҙ уҡыусыһына тиҙерәк барып етергә тейешлеге хаҡында әйтелә. Әлбиттә, яҙыусылар үҙҙәре лә әҙип хеҙмәтенең мөһимлеген йәш быуынға аңлатырға бурыслы. Ә быны нисек эшләп була һуң? Бары тик шәп әҫәрҙәр аша ғына! Кескәйҙәргә ниндәй әкиәттәр, хикәйәләр ҡыҙыҡ булыуын тәрән өйрәнеп, уларҙың зауығын белеп кенә яңы әҫәр ижад итеп була торғандыр. Указда шулай уҡ балалар китапханаларының эше, уларға йәш быуынды йәлеп итеү тураһында ла әйтелә. Хәҙер республикабыҙҙа моделле китапханалар арта бара.
Күҙәтеүҙәремдән сығып әйтә алам, балалар китапханаға йөрөй, китапханасылар менән бергә төрлө сараларҙа ҡатнаша. Унда йәш уҡыусыны китапҡа йәлеп итер өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланылмай. Форсаттан файҙаланып, ғөмүмән, китапханасыларға рәхмәт әйткем килә. Тап улар яҙыусы һәм уҡыусы араһындағы бәйләнеште өҙмәйенсә һаҡлап алып килә бит! Үҙ эшенең оҫталары – афарин! Ата-әсәләр менән эште лә әүҙем ойоштороу мөһим, бары тик улар аша балалар баҫмаларына яҙылыу, китап уҡыу эшен киң йәйелдереп, йәнләндереп ебәреп була. Ғаилә, атай-әсәй – бөгөнгө мөһим тәрбиәүи эштең төп звеноһы.
Тағы ла тәржемә хаҡында
Тәржемәнең мөһимлеге тураһында Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Николай Иванов бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Бында һүҙ рус теленә тәржемә хаҡында ғына бармай. Рәсәй яҙыусыһын тап тәржемә аша Ватан эсендә генә түгел, сит илдәрҙә лә беләләр. Һүҙ сәнғәте өлгөләрен рус, Рәсәй халыҡтары, донъя телдәренә тәржемә итеү мөһим. Беҙҙең “Аҡбуҙат” журналында “Донъя әҙәбиәте – башҡорт телендә” тигән рубрика булдырылды. Унда беҙ донъя халыҡтарының балалар өсөн әҫәрҙәрен башҡорт телендә бирәбеҙ, ә кьюар-код аша инеп, шул уҡ, әйтәйек, әкиәтте сайтта рус телендә уҡырға була. Күп милләтле Башҡортостан тәржемә аша булдырылған мәҙәниәт диалогтың миҫалы була ала. Мәҙәниәт берләштереү көсөнә эйә!
Белеүебеҙсә, Рәсәйҙә 190-дан ашыу милләт йәшәй, һәм улар 60 әҙәби телдә ижад итә. Был ҙур милли байлыҡ! Сарала Рәсәйҙең танылған яҙыусылары, үҙ эшенең оҫталары, әҫәрҙәремде рус аудиторияһына еткергән тәржемәселәрем менән күрешеүемә лә шат булдым: Нина Ягодинцева, Мамед Хәлилов, Светлана Чураева. Уларҙың һәр береһе бөгөнгө Рәсәй тарихын һүҙ сәнғәтендә яҙа, йәштәр менән әүҙем эшләй! Әйткәндәй, Мамед Гаджихәлил улы етәкселегендәге Ярославль Яҙыусылар ойошмаһы илдең иң шәп ижади берләшмәһе тип танылды. Ҡотлайым, дуҫым!
- Лариса АБДУЛЛИНА