Был видеояҙмалағы матур ханымдар – Күгәрсен районының Йомағужа ауылы ҡыҙҙары Нәйлә Әхмәтгәрәева менән Зилә Йәнбулатова. Өҙҙөрөп гармунда ла уйнай, моңло итеп йырлай ҙа улар.
- Был видеояҙманы Дәүләкән районының Соколовка ауылында үткән “Йәшлегем моңдары" тигән гармунсылар бәйгеһенән ҡайтып килгәндә төшөрҙөк, - ти Күгәрсен таланттары.
Зилә Йәнбулатованы яҡташтары шағирә булараҡ тә белә, уның һүҙҙәренә Риф Бикбаев байтаҡ йырҙар ижад иткән, улар сәхнәләрҙә йыш яңғырай. Зилә бала сағынан гармунда уйнай, атаһы оҫта гармунсы булған. Апаһы Рәйлә менән ҡустыһы Илгиз дә гармун менән дуҫ.
Нәйлә Әхмәтгәрәева – Ишембай районының Һарғай ауылы ҡыҙы. “Ун йәштә гармун уйнай башланым, бер туған Рәғиҙә апайымды ла өйрәттем”, - ти ул.
Бөгөн улар Йомағужа ауылының тормошонда әүҙем ҡатнашып, барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Ауылда “Гәрәбә” исемле фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. Нәйлә менән Зилә – уның әүҙем ағзалары. Әйткәндәй, былтыр октябрҙә был ансамбль халыҡ исемен алған.
- Ауыл клубы – икенсе өйөбөҙ тиһәк тә, хата булмаҫ. Күрше ауылдарҙан саҡырһалар ҙа, концерт ҡуйырға йөрөйбөҙ. Беҙҙең сығыштарҙы халыҡ бик ярата. Үҙҙәрен дә йырлатып, бейетеп ҡайтабыҙ, - ти Күгәрсендең дәртле ханымдары.
Ауыл тормошон йәмләп, йыр-моң менән яҡташтарының күңелен күтәреп, үҙҙәре лә йырлап-гәрләп йәшәгән Күгәрсен ҡыҙҙарына “Афарин!” тибеҙ.
Фотолар һәм видеояҙма: Нәйлә Әхмәтгәрәеваның шәхси архивынан.