Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Февраль 2023, 15:09

Минең башҡортомдо таныйҙар

Драматургияһы күңелдәрҙе арбаны.

Флорид Бүләков менән беҙҙе һөнәр уртаҡлығы, әҙәбиәтебеҙ һәм аралашыуға ихтыяж бәйләне. 1986 йылдың йәйендә мине, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһен, Күмертау ҡалаһынан Ишембай ҡалаһына күсергәс, бында “Советская Башкирия” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе эшләүе хаҡында әйттеләр. Оҙаҡламай яйы ла сыҡты. Партияның ҡала комитетының сираттағы пленумында бергә ултырырға, хәл-әхүәл белешергә насип булды. Шунан һуң ара-тирә осрашып, телефон аша һөйләшеп торҙоҡ.

Яңынан ҡайтҡандай булды

 

Флорид ағайҙың холоҡ-фиғеле үҙенсә ине. Үҙ хәбәрсе – яңғыҙ ке­ше, бер үҙе. Беҙ, аралашыуға өй­рән­гән халыҡ, яңғыҙлыҡты ауыр ки­серәбеҙ. Ниндәй генә байрам бул­маһын, коллектив үҙ-ара ҡот­лашып, бер-береһенә изге теләктәр теләп, тантаналы ҡаршылай. Ә провинциялағы үҙ хәбәрсе яңғыҙ, редакцияла уны иҫкә төшөрһәләр-төшөрәләр, күп ваҡыт онотоуҙары ла ихтимал. Күңелдә яңғыҙлыҡ тойғоһо барыбер көслө. Флорид Миңлемулла улы был мәсьәләне үҙенсә хәл итә торғайны, күберәк ижад менән булды, ә минең ауыл яҡын булғас, ҡайтып китеүем дә ихтимал.

Ошоларҙы уйлайым да Флорид Бүләковтың “Һайланма әҫәрҙәр”е­нең өс томлығын уҡыйым. Кинәнеп уҡырлыҡ, ваҡиға булырлыҡ китаптар! Флорид Бүләковтың томдарын уҡып сыҡҡандар үҙ һүҙен әйтер. Минең фекерем иһә былай. Ҡәләм­дәшебеҙ ысын мәғәнәһендә барлыҡ Рәсәйгә билдәле драматург ҡына түгел, ижадсы, аҡыл эйәһе ине. Үҙе иҫән саҡта ниндәйҙер мөғжизә менән башҡортса бер генә китабы сыҡты. Хәҙер уны бик һирәктәрҙең ҡулында күрергә мөмкин. Әлеге өс томлығы беренсе тапҡыр ошондай күләмдә нәшер ителә, ул әҙәбиәт һөйөүселәргә оҡшар, тип уйлайым. Тик тиражының 500 дана ғына булыуы уйландыра. Ҡағиҙәгә ярашлы, 200 данаһы китапханаларға таратылһа, ҡалған 300-ө әҙәбиәт белгестәре өсөн күп түгел.

Уҡып сыҡҡас, шуға ҡыуандым: тәрән фекерле генә түгел, ифрат көслө, милли, башҡорт драматургы булған икән Флорид Бүләков. Был йыйынтыҡта донъя күргән, ләкин тәүге премьераһында уҡ шау-шыу тыуҙырған “Бал айы” драмаһы 1989 йылда Стәрлетамаҡ рус драма театрында Рифҡәт Исрафилов, Олег Ханов тарафынан ҡуйылғайны. Стәрлетамаҡ тамашасыһы бик нәзәкәтле һәм талапсан. Премьераны һағайып, ниндәйҙер асыш көткән һымаҡ ҡаршы алғайны. Тап шулай булды ла. Әле лә хәтерҙә: премьера барған ыңғайы тамаша залын аптыратып, корвалол, валидол еҫе таралды. Мәрхүм Вил Ғүмәров менән бергә ултыра инек. Миңә эйелеп:

– Нимә еҫе сыҡты ул? – тип аптыранды.

– Бәй, һиҙмәйһеңме ни? Корвалолмы, валидолмы...

Беҙҙән алда ғына партияның ҡала комитетының һәм райкомдың ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәре ултыра ине. Ысынлап та, шулар тамсы­ларҙы йота ине. Әйткәндәй, ҡала коммунистары менән район коммунистары етәкселеге коммунизм төҙөүҙә берҙәмлек күрһәтһә лә, ҡә­ҙимге тормошта татыу йәшәнеләр, тип әйтә алмайым. Ә бөгөн драматург етәкселәрҙе ҡалаға, ауылға бүлеп тормаған, барыһын да бер рәткә һалып тәнҡитләгән. Тәүге рецензияны әлеге мәрхүм Вил Ғүмә­ров яҙҙы. Мин уның һәр ваҡыт бо­шонҡо йөрөгән күҙҙәренең ысын мәғәнәһендә һоҡланып яныуын күрҙем.

– Флорид маладис, – тип баш сайҡап һоҡланыуын йәшермәне Вил. – Ҡайһылай оҫта итеп асып һалған ул. Быны мәскәүҙәр күрһә, нимә тип әйтер ине икән?

Рифҡәт Вәкил улы Флоридтың башҡа пьесалары менән дә ҡыҙыҡ­һынған. “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” бер юлы ике режиссерҙың ҡулына эләгә: Гөлдәр Ильясоваға һәм хәҙер инде ифрат тәжрибәле, көслө режиссерҙарҙың береһе Рифҡәт Исрафиловҡа.

Ошо урында сәхнә донъяһында яҙылмаған ҡағиҙәгә асыҡлыҡ индергем килә. Һәр режиссерҙың пьесаны иң беренсе булып ҡуйыу маҡсаты көслө. Был һөнәри көнәр­кәшлек сағылышымы, әллә беренсе булыу теләгеме, әйтә алмайым. Был хаҡта һүҙ булыр, сөнки ике оҫта режиссер ҡуйҙы. Мин ике пьесаны ла ҡараным һәм ҡайһыһының һәйбәт йәки йомшаҡ булыуын бил­дәләй алмайым, сөнки икеһе лә ере­нә еткереп, тамашасы яңы асышҡа, йәки яңы драматургка һоҡ­ланырлыҡ, уйланырлыҡ кимәл­дә яҙылғайны. Бер конкурста бер драматургтың әҫәрен түгел, ике әҫәрен ҡуйыу – бик һирәк күренеш. Флорид был йәһәттән бәхетле. Ифрат уңышлы драматург булып сыҡ­ты, сөнки шунан һуңғы театр фес­тивалдәрендә уның ике, хатта өс әҫәренең ҡуйылыуы һәм еңеүенең шаһиты булырға насип итте.

 

“Мөхәббәт тураһында яҙығыҙ!”

 

Беҙ йыш ҡына телефон аша оҙаҡлап һөйләшеп, ижад, заман хаҡында фекер алыша торғайныҡ. Мәҫәлән, мин Флоридтың кемделер иҫкә алғанын, танышлығын һөйлә­гәнен хәтерләмәйем. Ни өсөн хә­тер­ләмәйем, сөнки Флорид ағай яҙыусыларҙың береһен дә белмәй ине. Динис ағай ғына бер тапҡыр өндәшкән. “Ә, һинме ни ул Бүләков, хәҙер икәү булабыҙ инде”, – тигән. Драматургтың: “Фамилиямдың фай­ҙаһы тейҙе”, – тип шаяртҡаны иҫтә.

Бер тапҡыр Флорид шундай үтенес менән мөрәжәғәт итте.

– Бынауы пьесамды академтеатр ҡуйырға итә. Шуны башҡорт­саға тәржемә итеп бирә алмаҫ­һыңмы? – тине.

Мин тәржемә менән шөғөл­ләнгәнем юҡ, шуға булдыра алырмынмы икән тигән шик тыуҙы һәм “Башҡа кешең юҡмы?” тип һораным.

“Ҡанатланып ос һин, Толпа­рым!”ды Рауил Ниғмәтуллин­ға һөйләгәйнем, үҙем тәржемә итәм, тип һорап алды. Артистарҙы йыйып, Рауил ағайҙың тәржемәһен уҡыһалар, бөтөнләй икенсе пьеса килеп сыҡҡан. Аптырағас, әҙәбиәт бүлегендә ултырған Риф Тойғонға биргәндәр. Ярай, Риф ағай тәржемә итеп биргән, ләкин ни өсөндөр тәржемә күптәрҙе ҡәнәғәтлән­дермәгән.

Ошо аңлашылмаусанлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн Флорид ағай миңә мөрәжәғәт итергә булғандыр инде. Мин уға былай тинем:

– Һинең һөйләшең башҡортса һәм һине башҡа телдә һөйләшәһең тип уйламайым. Нисек беләһең шулай яҙ. Белмәһәң, миңә мөрә­жәғәт ит. Әгәр мине таба алмаһаң, “Восход” гәзитендә Хаят апай менән Гөлнур һәм Фәүзиә апай ярҙам итер, – тип кәңәш иттем.

Бер ай самаһы үткәс микән, Флорид ағай минән пьесаһының тәржемәһен мөхәррирләүемде һораны. Тәжрибәле тәржемәселәр башҡарған эште мин еңелсә ҡарап ҡына сыҡтым, сөнки сифат яғынан эш ҡәнәғәтләнерлек ине.

Ләкин “Һөйәһеңме, һөймәй­һеңме?” пьесаһының яҙмышы былай ғына хәл ителмәне. Электән килгән ҡағиҙә буйынса әҫәр сәхнәгә күтәрелер алдынан Яҙыусылар союзының драматургия секция­һында уҡылырға, әгәр ҡуйырлыҡ һәм кәрәк тип табылһа, рөхсәт ҡа­ғыҙы булырға тейеш икән. Тәртип шулай ҡаты ҡуйылған. Секция эшен­дә Өфөнән мәҙәниәт министры урынбаҫары Наил Ғәйетбаев, Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы вәкиле Фәрит Богданов, яңы ғына асылған Стәрлетамаҡ баш­ҡорт театрынан Илшат Йомағо­лов, миңә лә ҡатнашырға тура килде.

“Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” шунда уҡ театр сәхнә әһелдәре араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Илшат ағай пьесаны алып ҡултығына ҡыҫтырҙы ла: “Бабай ролен үҙем уйнайым, беҙ иртәгә репетиция башлайбыҙ”, – тип иғлан итте. Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр пьеса өсөн көрәштең аяуһыҙлығын күр­ҙем, унда бигүк әҙәп һаҡ­ланмауының шаһиты булдым. Флорид ағай тыныс ҡына итеп:

– Пьесаны Рифҡәт Вәкилович алды. Академтеатрҙа репетиция башланды, – тип ҡаршы төштө.

– Башлаһын, – тине Илшат ағай. – Ә ниңә беҙгә ҡуйырға ярамаймы ни? Бына миңә Абдулла оҡшаны. Оҡшаны ғына түгел, мин уны уйнар­ға теләйем. Был ролде минең һы­маҡ уйнарлыҡ кеше таба алмайһығыҙ.

Ҡараштар төрлөлөгө ярылып ятһа ла, көнәркәшлек ҡамасаулаһа ла, Флорид Бүләковтың драма­тургияһы күпселектең күңелен арбаны, уны барлыҡ Рәсәй башҡорт әҙибе тип ҡабул итте.

Иркутск ҡалаһынан хәбәр килде. Унда “Миҙгелде башҡорт драма­тургының әҫәре менән тамам­лайбыҙ” тип яҙылғанға ҡыуанған. Рә­сәйҙә мине башҡорт тип таныйҙар.

Миңә, өләсәй-олатай иркәләүен күрмәй үҫкән кешегә, Бүләков драматургияһының оло йәш­тәгеләрҙе һүрәтләгән, уларҙың яҙмышын күрһәткән образдары яҡын һәм ҡәҙерле. Ошо хаҡта бер һөйләшкәндә: “Һин инәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең характерын тет­рәндергес итеп асаһың. Уларҙың мөхәббәтен мин ысын итеп ҡабул итәм һәм беҙҙең хәҙерге тормош менән сағыштырып ҡарайым. Ә бына һин уларҙың характерын нисек аңлауға өлгәшәһең?” – тип һораным.

– Минең ярымһуҡыр өләсәйем булды. Ул мине бик ярата торғайны. Ошо өләсәйемде ун йылдан артыҡ етәкләп йөрөргә, йәғни юл йөрөтөүсеһе ролен үтәргә тура килде. Мин уны тәүҙәрәк ауыр эш кеүек ҡабул иттем һәм бик тиҙ өйрәндем. Хәҙер артҡа әйләнеп ҡарайым да, ошо өләсәйемде етәкләп йөрөү, уның һөйләгәндәрен күңелемә һеңдереүем, һабаҡтарын үҙләштереүем миңә драматургияла үҙ юлымды табырға ярҙам иткән ҡөҙрәтле көс булған икән. Өләсәйҙәрҙең кешеләргә йылы мөнәсәбәте, бер ваҡытта ла күңелде төшөрмәүҙәре һәм бер-береһенә мөхәббәттәре минең юлымды, ижадымды һәр ваҡыт яҡтыртып торҙо. Минән кәңәш һорап килеүселәргә һәр ваҡыт шуны әйтәм: мөхәббәт тураһында яҙығыҙ, мөхәббәтһеҙ тормош юҡ, беҙ ҙә булмаҫ инек.

Бер мәл Ғәзим Шафиҡов осрап, миңә рәхмәт әйтте.

– Ни өсөн?

– Кәңәшең өсөн, – тине ул. – Флоридҡа эйәреп, мин дә пьесамды башҡортса яҙа башланым. “Мәмерйә”не үҙем башҡорт телендә яҙҙым. Стәрлетамаҡ театры ҡуйырға булды.

Китап хәҙер һирәк уҡыла. Ваҡыт етмәй, күҙ насарайҙы һәм башҡа­лар. Флорид Бүләков үҙенең өс томлығы менән яңынан ҡайтҡандай булды. Хәләл ефете Светлана Бүләкова ҙур эш башҡарған. Шулай, мәскәүҙәр әйтмешләй, яҙыусы ҡатынынан ғына түгел, тол ҡатынынан да уңырға тейеш.

 

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

 

 

Читайте нас: