Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йортонда ошо ауыл ҡыҙы, талантлы шағирә, журналист Айгөл Йәмилева-Ғәбитованың “Дауылдан һуң” тигән өсөнсө китабының презентацияһы үтте.
Матур кисәнең тап Айгөлдөң тыуған ере Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында уҙыуы оло әһәмиәткә эйә.
Шағирәне яҡын туғандары, уҡытыусылары, ауылдаштарынан тыш Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, шағирәләр, "Таң" гәзите хеҙмәткәрҙәре Айһылыу Ғарифуллина, Таңһылыу Баһауетдинова ла тәбрикләне.
Венера Фәрит ҡыҙы район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Китаптың исем туйы Айгөлдөң шиғырҙарына, үҙе уйнаған гитара моңдарына, Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йыр-бейеүгә үрелеп барҙы.
Фото һәм сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы.