Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Айрат Фирғәт улы күптәр башҡара алмаҫлыҡ изге эштәр башҡарып китте: ағасын да ултыртты, ул-ҡыҙҙар ҙа үҫтерҙе, йортон да һалды, Тыуған иле өсөн фиҙа ҡылды. Бер ҡасан да эшен илке-һалҡы атҡарманы, һәр саҡ ихлас күңелдән башҡарҙы.
Айрат Сирбаев үҙен үткер ҡәләмле журналист, үҙенсәлекле шағир, спортсы, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, һүҙ оҫтаһы һәм артист итеп танытты. Ысынлап та, Айрат бөтөн яҡтан талантлы ине. Үҙ заманының шәхесе ине ул.
А.Ф. Сирбаевтың 50 йыллыҡ юбилейына арнап бынан ике йыл элек Баймаҡ районының беренсел журналистар ойошмаһы һәм "Һаҡмар" гәзите уның исемендәге ижади конкурс иғлан иткәйне. Ул юғары кимәлдә үтте, яңы таланттарҙы асыҡланы.
Бәйгегә йомғаҡ яһағанда конкурсты ике йылға бер үткәрергә килешелде һәм ошо арала ул рәсми рәүештә иғлан ителәсәк.
Айрат Сирбаев кеүек арҙаҡлы замандаштар онотолорға тейеш түгел, улар мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡлана.
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.