Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Февраль 2023, 06:00

"100-ҙән ашыу йырын өйрәнергә һүҙ бирҙек"

Артабан викторина, “Көйҙө уйлап тап”, кроссворд, “Серле һандыҡ” тигән уйындарҙа рәхәтләнеп яуап бирҙек.

"100-ҙән ашыу йырын өйрәнергә һүҙ бирҙек"
"100-ҙән ашыу йырын өйрәнергә һүҙ бирҙек"

Илештәрҙән Дүртөйлө районына байрамға барыуҙары тураһында хат килде. Уны ветеран уҡытыусы Ғәлимә Ғәлиева яҙған.

"Беҙ, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Илшат Сибәғәтуллин, ағинәйҙәр Ғәлимә Ғәлиева, Рәсиҙә Мостафина, Үрмәт ауылынан башҡорт теле уҡытыусыһы Әлмира Ғимазова, китапханасы Индиза Саттарова Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуы буйынса бик матур күңел байрамында булып ҡайттыҡ. “Ерҙә яҡты эҙең ҡалһын” тигән Назар Нәжми ижадына арналған ижади бәйге булды.                               

Биш төркөмгә бүленеп, йыр-моң менән оҙатылып барған бик мауыҡтырғыс уйын ойошторолдо. Беҙ биш кешенән торған “Илеш ынйылары” исеме аҫтында ярыштыҡ. Дүртөйлөләр үҙҙәре дүрт төркөмгә бүленгән. Беренсеһе – “Аҡ шишмә” (ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре), икенсеһе – “Ынйыҡайҙар” (Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы коллективы), өсөнсөһө – “Ҡанатлы күңел” (район хакимиәте башлығы етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр), дүртенсеһе – “Дуҫлыҡ” (Мәскәү ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре).

Башта һәр команда үҙе менән таныштырҙы: исеме, девизы, йыр-шиғыр менән күңелле башланып китте. Артабан 11 һорауҙан торған викторина, “Көйҙө уйлап тап”, кроссворд, “Серле һандыҡ” тигән уйындарҙа рәхәтләнеп яуап бирҙек. Назар Нәжми ижадын белеүебеҙгә ғорурланып ултырҙыҡ. Етәксебеҙ Илшат Сибәғәтуллин, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рәсиҙә Мостафина үҙҙәренең моңло тауышы менән тамашасыларҙы һоҡландырҙы.

Беҙгә күршеләр тип йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуҙары, район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосоповтоң кисәнең башынан аҙағына тиклем әүҙем ҡатнашып, яттан шиғырҙар һөйләүе, йырлауы күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Дүртөйлөләрҙең беҙҙе яратып, тағы саҡырып ҡалыуҙары дәртләндерҙе, Назар Нәжми ижадын тәрәнерәк белергә, шиғырҙарын күберәк ятларға, 100-ҙән ашыу йырын өйрәнергә тигән теләктә ҡалдыҡ.

Беҙҙе шулай ойоштороп, үҙ машинаһында йөрөтөп алып ҡайтҡаны, яңы дуҫтар тапҡаныбыҙ өсөн Илшат Әнәс улы Сибәғәтуллинға  ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ".

Ғәлимә Ғәлиева, ветеран уҡытыусы.

Фото: Ә. Ғимазова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: