Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Февраль 2023, 13:00

Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"

Кокурста ауылдың уңған, дәртле, әүҙем, иң  шәп ете ҡыҙы ҡатнаша

Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында "Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә "Ете ҡыҙ" район бәйгеһе старт алды. Бәйгелә ауылдың уңған, дәртле, әүҙем, шәп ете ҡыҙы ҡатнаша. Ҡыҙҙар бәйгелә сигеү, йөн иләү, селтәр эшләү кеүек ҡул эштәренә оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Шулай уҡ ауыҙ-тел ижадына, аш - һыу, бейеү серҙәренә өйрәнәсәк. Уҡтан атып ярышыу ҙа бәйгенең бер өлөшө. Тәүге көндә ҡыҙҙарҙы оҫтабикә Миңзәлә Билалова сигеү серҙәренә өйрәтһә, йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәресен Әбүбәкерова Гузилэ Рамаҙан ҡыҙы алып барҙы. Ҡыҙҙарға стилләштерелгән селтәр эшләү серҙәрен өйрәтеп, оҫталыҡ дәресен Билалова Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы күрһәткән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында Хәйбулла районы данын яҡлаясаҡ.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

 

Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Әбүбәкерҙә - "Ете ҡыҙ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: