Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Февраль 2023, 22:30

Баймаҡ балалары Ҡыҙыл майҙанды гөрләтте!

Мәскәүҙең үҙәгендә башҡорт көйө яңғыраны һәм башҡорт бейеүе күрһәтелде. 

Баймаҡ балалары Ҡыҙыл майҙанды гөрләтте!
Баймаҡ балалары Ҡыҙыл майҙанды гөрләтте!

“23 февралдә Радик Бакиров етәкселегендәге "Саптар" студияһы тәрбиәләнеүселәре баш ҡалабыҙ Мәскәүгә Бөтә Рәсәй конкурсына юл тотто”, - тип хәбәр итте Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите.

Баймаҡ ҡалаһында эшләп килгән “Саптар” өлгөлө бейеү студияһының даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған. Бөгөн был студияла 250-нән ашыу бала шөғөлләнә. “Саптар”ҙар төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, даими рәүештә алдынғы урындар яулап тора. Былтыр апрель айында Өфө сәхнәһен гөрләтеп концерт ҡуйып ҡайттылар.

Әлеге сәфәр барышында Баймаҡтың йәш бейеүселәре Ҡыҙыл майҙанда дәртле башҡорт көйөнә күмәк бейеү башҡарған. “Афарин!” тибеҙ Баймаҡтың талантлы балаларына һәм уларҙы бейеү сәнғәтенә ылыҡтырған Радик Бакировҡа! Уларға баш ҡалала уңышлы сығыштар һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. 

Фото: vk.com/saptar

Видео: Зөлфиә Боҫҡонова.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: