Кисә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева ауырығандан һуң вафат булды.
Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева Өфөләге беренсе политология гимназияһында уҡытҡан. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы исемдәренә лайыҡ. Уның йөҙләгән сығарылыш уҡыусыһы инглиз телен яҡшы белгәне өсөн рәхмәтле. Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы хәләл ефетенең лайыҡлы хеҙмәттәше булды, ғүмере буйына уның ижадын яҡланы һәм пропагандаланы. 1961 йылда өйләнешкәндән һуң, улар ярты быуаттан ашыу, 2019 йылдың апрелендә уның вафатына тиклем тиң һәм татыу йәшәнеләр.
"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, шағир һәм яҙыусы Мөнир Ҡунафин белдереүенсә, "Халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың тормош иптәше, бар йәһәттән дә ҡояшы, терәге, илһамы булған Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы мәңгелеккә табан юл алды. Ул бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған күренекле остаз, атҡаҙанған уҡытыусы булды. Рауил Төхфәт улын яратҡан, ҡурсалаған, ысын шағирлыҡты, һүҙ ҡәҙерен аңлаған, ҡәләм ҡөҙрәтен баһалаған затлы шәхес, мөләйем һәм сабыр ҡатын була белде. Халыҡ шағиры үлгәс тә уның мираҫын барланы, исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барҙы, үҙенең мөһабәтлеге һәм аҡыллы тормошо менән Ысын шағир ҡатыны булыу бөйөклөгөн, шиғриәттең юғары көс икәнен иҫбатлап йәшәне. "Ағиҙел"дәрҙе бик яратты, баш мөхәрриребеҙ менән көн дә тигәндәй аралашты. Һуңғы айҙарҙы йыш ауырыны. "Халҡы, теле өсөн йәнен бирергә лә риза ине Рауил. Һуңғы көнөнә, сәғәтенә тиклем, шиғыр, Бабич, Рәми, тип һаташты, телем минең мәңгелек, мин быға ышанам, тиер ине... Ағайығыҙҙы онотмағыҙ, яратҡан халҡына ла мөмкин тиклем уның исеме менән дә өндәшегеҙ" , - тигәйне һуңғы һөйләшкәндә лә, тип иҫләй Мөнир Сәхиулла улы.
Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева бөгөн, 27 февралдә, Өфөләге Мосолмандар зыяратында тормош иптәше янында ерләнәсәк.
Урынығыҙ йәннәттә булһын, хөрмәтле Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы!
Фото: "Башинформ"