Элек-электән һәр милләттең халыҡ күңелен, уның уй-зарын, хәҡиҡәтен, йәшәү асылын көйләп, һөйләп биреүселәр булған. Яҡуттар уларҙы – олонхо әйтеүсе, ҡаҙаҡта - аҡын, төркмәндә - баҡшы, славянда - боян, үзбәктә - дастансы, ә беҙҙә сәсән тип атағандар. Халыҡ сәсән һүҙенә, уның аҡылына һәр саҡ ҡолаҡ һалған. Илдә ниндәй генә хакимдар етәкселек итһә лә, сәсән һүҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған.
«Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенә («Сәсәндәр үҙәге») нигеҙ һалыусы сәсәниә, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда сәсәнлек дәрестәре үткәрә. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.
Теләүселәр, рәхим итегеҙ!
Фото: Халыҡ ижады мәҙәнәит йорто.