Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 04:26

Бындай шәхестәр һирәк

Шундай кешеләр була: нимәгә генә тотонмаһын, барыһы ла ҡулынан килә. Егәрлелек, сәм, дәрт-дарман ташып тора ундайҙарҙан. Аллаһ Тәғәлә һәләтен дә мул бирә уларға. Ялтырауыҡ һүҙҙәр һөйләп, үҙҙәрен әллә кем итеп күрһәтергә маташҡан бәндәләрҙән аныҡ эштәре менән айырылып торалар, шуның менән халыҡ ихтирамын ҡаҙана, ысын абруй яулайҙар.

Ауылдашым Фәнзил Бүләк улы Санъяров – ана шундай, үҙ көсө менән юғары үрҙәргә күтәрелеп, билдәлелек һәм хөрмәткә өлгәшкән эшлекле ир-уҙаман. Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән, шунда урта мәктәпте тамамлаған ябай ғына малайҙың, киләсәктә фән юғарылыҡтарына артылып, республикабыҙҙа күренекле шәхес булып китеүе бигерәк тә ғорурлыҡ. Билдәле яҙыусы Рәшит Низамов, атҡаҙанған уҡытыусы, тел белгесе Рим Искәндәров менән бер рәттән, Фәнзил Санъяров атлы данлыҡлы улы ла – Бишауыл-Уңғар өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле хазина.

Бөгөн филология фәндәре кандидаты, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, ғалим, уҡытыусы, шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнзил Санъяров – бик егәрле, әүҙем, һәләтле ижад кешеһе булараҡ, киң танылыу яулаған шәхес. Талантлы уҡытыусы булараҡ, заманында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының төбәк этабында ла, Рәсәй кимәлендә лә еңеүсе булыуы иҫтә. Һәләтле ойоштороусы, етәкселек итеү оҫталығы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияларының директоры вазифаларын иңендә ең һыҙғанып тартҡанда сағылды.

Уҡытыусы булараҡ, ул күпме балаларға, студенттарға туған телдең, сәнғәтле һүҙҙең серҙәрен төшөндөрә, һәр ваҡиғаға, һәр күренешкә дөрөҫ баһа биреп, үҙҙәренең шәхсән ҡарашын булдырырға, үҙ фекерен әйтергә өйрәтә. Фәнзил Бүләк улының ҡыҙыҡлы дәрестәрендә белем алып, фәһемле әңгәмәләрен йотлоғоп тыңлап, биргән кәңәштәрен иҫтә тотоп, оло тормош юлына баҫҡан бихисап уҡыусылар остаздарына рәхмәт әйтә.

Фәнзил Санъяров Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән осоронда уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып та танылыу һәм хөрмәт яуланы. Киң эрудициялы, яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштереп, отоп алып, эшендә ҡулланып, шуның һөҙөмтәһендә туплаған тәжрибәһен төрлө семинарҙарҙа, конференцияларҙа, республика­быҙҙың район һәм ҡалаларында уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курс­тарында башҡаларға ла еткерә барҙы. Бай йөкмәткеле, аңлайышлы лекциялары бихисап уҡытыусылар өсөн файҙалы ҡулланма булды. Тыумыштан бирелгән ораторлыҡ һәләте менән барлыҡ аудиторияны үҙенә ҡаратып, юғары кимәлдәге фәһемле дәрестәр алып барҙы. Әле лә йылдар буйы туплана килгән файҙалы мәғлүмәттәре менән мәғариф хеҙмәткәрҙәрен даими рәүештә таныштырып тора. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән хеҙмәттәшлек итеүе, методик мәҡәләләре баҫылып тороуы быға асыҡ дәлил.

Йәшерен-батырын түгел, ысынбарлыҡта өҫтән-мөҫтән генә яҙылған мәҡәләләрҙе лә күрергә тура килә. Шуныһы ҡыуаныслы: Фәнзил Бүләк улының һәр яҙмаһы төплө уйланылған, тикшерелгән, аныҡ дәлилдәр менән нығытылған, тормоштан миҫалдар менән байытылған булыуы өсөн ҡиммәтле. Ниндәй ҙә булһа шәхескә ҡағылышлы һүрәтләмәләр булһынмы, очерктармы – һәр береһе кинәнес менән уҡыла. Уларҙа ябай ғына кеше лә матур образ дәрәжәһенә күтәрелә. Был авторҙың тел байлығынан һәм әҙәби оҫталығынан килә. Ауылдашы һәм ағаһы Рим Искәндәров, остаздары Тимерғәле Килмө­хәмәтов, Ғиниәтулла Ҡунафин хаҡындағы мәҡәләләре ана шундай эштәренән бер нисәһе генә.

Һуңғы йылдарҙа  Фәнзил Бүләк улы әҙәби тәнҡит өлкәһендә бик әүҙем эшләй. “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарында төплө тикшеренеү мәҡәләләре даими донъя күреп тора. Поэзияны ла, прозаны ла берҙәй юғары кимәлдә белеүе, әҙәбиәт теорияһын яҡшы үҙләштереүе һөҙөмтәһендә һәр яҙғаны үҙе бер ғилми хеҙмәткә торошло. Әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләгән кеше белә: әҙәби процесс менән бер ҡатарҙан барғанда ғына, етди мәҡәләләр яҙып була. Бының өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе ентекләп уҡып, фекерҙәреңде туплап барыу зарур.

Был яҡтан Фәнзил Бүләк улының тырышлығына һоҡланып туйғыһыҙ, хәтеренең шәплегенә көнләшеп ҡуйырлыҡ. Ана шуға күрә бер мәҡәләлә генә лә теге йәки был ижадсының барлыҡ ижади үҙенсәлектәре тулыһынса сағылыш таба. Миҫал өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай поэзияһына арналған “Халыҡ һөйөүен яулаған шиғриәт” мәҡәләһен (“Ағиҙел”, 2021 йыл, 9-сы һан) генә алайыҡ. Унда шағирҙың поэтик оҫталығына ла, художестволы фекерләү тәжрибәһенә лә, ижад ҡомарының сығанаҡтарын юллауға ла ентекле байҡау яһала. Ошондай тулы, ентекле анализға ҡоролған мәҡәләләре (Тамара Ғәниева, Йомабикә Ильясова, Ғайса Хөсәйенов һ.б. әҙиптәрҙең ижадына арналған) – әҙәбиәт уҡытыусыларына ла, мәктәп уҡыусыларына ла, студенттарға ла, әҙәбиәт фәне менән ҡыҙыҡһынған башҡа кешеләргә лә бик файҙалы ҡулланма.

Фәнзил Бүләк улына тәбиғәт һәләтте һис кенә лә йәлләмәгән: мулдан биргән. Күңелдәрҙе елкендереп гармунын да тартып ебәрә, өҙҙөрөп ҡурайҙа ла һыҙҙырта, артистарыңдан һис ҡалышмайса халыҡ йырҙарын да бик оҫта башҡара, шиғырҙарҙың нескәлектәрен бар йөрәге менән тойоп тамашасыға еткерә лә белә. Ҡайһы саҡта уйлап та ҡуям: сәнғәт юлынан китһә лә һис кенә лә юғалмаҫ был ир-уҙаман, һәләттәре, килеш-килбәте менән дә сәхнәләрҙә  халыҡ ихтирамын яулар ине.

Тағы ла бер һәләте иғтибарға лайыҡ. Фәнзил Бүләк улы – шиғри күңелле кеше. Бик мәғәнәле, тос фекерле, һәр кемде уйландырырлыҡ матур шиғырҙар ижад итә ул. Республикабыҙ матбуғатында улар даими баҫылып тора, айырым йыйынтыҡ булып та донъя күрҙе. Һәр береһе кешене берсә уйландыра, берсә шатландыра йәки әйләнә-тирәбеҙҙәге ниндәйҙер етешһеҙлектәр өсөн борсолорға, кескәйме-ҙурмы уңыштар, ҡаҙаныштар өсөн ғорурланырға мәжбүр итә, ил, халыҡ, милләт, тел яҙмышы хаҡында онотмаҫҡа иҫкәртә.

Фәнзил Санъяровтың шиғырҙарында ла уның характерындағы талапсанлыҡ, теүәллек кеүек сифаттар ныҡ төҫмөрләнә. Рифма, ритм төҙөклөгө, һүҙ оҫталығы, фекер йыйнаҡлығы, аңлайышлылыҡ – ошоларға асыҡ дәлил. Әйткәнебеҙҙе ҡеүәтләү маҡсатынан автор афоризмдары тип баһаларлыҡ бер нисә миҫал килтерәйек әле: “Уйламайса әйткән әсе һүҙең – /Иңдәремә ятыр иртә ҡар”, “Етеүҙәре ысын ир мәленә /Ҡарамайҙыр, ахыры, йәшеңә”, “Шедеврҙар булмайҙыр ҙур,/ Ул – бер сыңлар ауаз, /Ни тиклем дә ваҡ булмаһын,/ Алмас – барыбер алмас”. Шағирлыҡ, шиғриәт хаҡында ла мәғәнәле фекерҙәр күңелгә хуш килә: “Һындырмаған шағир ихтыярын/ Һалҡын Себер, ҡағыу-йәберҙәр”, “Сыҙаманы һары һандуғасҡай,/ Һары талда һайрап ебәрҙе! Шиғыр яҙмай торамы ни шағир,/ Түҙәме ни уның йөрәге”. Күренеүенсә, урынлы, матур сағыштырыуҙар үҙенсәлекле поэтик яңғыраш бирә. Үрҙә иҫкә алынған шиғырҙарҙы сәхнәнән төшөнөп, күңел аша үткәреп тыңлаусыға еткереү оҫталығының сере бына ҡайҙа икән ул.

Йомғаҡлап әйткәндә, Фәнзил Санъяров – бөгөнгө заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы, тәрән белемле тәжрибәле мөғәллиме, әүҙем эшләгән публицис­тарының, әҙәби тәнҡитселәренең береһе, ҡәләме йылдан-йыл шымарғандан-шымара барған әҙип, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре.

Тырышлығы, бөтмөрлөгө, йүнселлеге менән донъя ҡорған, баҫҡан ерендә ут сәсрәткән, һәр урында һүҙе үтерлек ир-уҙаман яҙмышынан ҡәнәғәттер. Үҙенең һайлаған юлы, Аллаһ Тәғәләнең билдәләп ҡуйған яҙмышы бик тә ырыҫлы булды. Һәр саҡ уңыштар, юғары үрҙәр килтергән ҡыуаныстарҙы кисерергә, халҡыбыҙҙың хөрмәтен яуларға, башҡарған хеҙмәттәренең лайыҡлы баһаһын күрергә, татыу ғаилә ҡосағында матур ғүмер итергә насип булды. Артабан да шулай булһын. Атҡараһы ғәмәлдәр, тормошҡа ашыраһы хыялдар алда әле.


Рим ИСХАҠОВ

Читайте нас