Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 14:00

Ишембайҙар ҡышты оҙатты

Яңы миҙгелгә изге теләктәр, яҡты уйҙар менән аяҡ баҫа улар.

Ишембайҙар ҡышты оҙаттыИшембайҙар ҡышты оҙатты
Ишембайҙар ҡышты оҙатты

Ҡыш ни тиклем генә ҡарышмаһын, яҙ тыны һиҙелә. Халыҡ та тиҙерәк ерҙең ҡарҙан әрселеп көндәр йылытыуын көтә. Ишембайҙа ҡышты оҙатыу байрамында ла был асыҡ сағылды.

Ҡаланың Ленин исемендәге майҙаны халыҡ менән тулы ине. Байрам уйын-көлкө, йыр-моң менән үрелеп барҙы.  Артистарҙың сәхнәлә башҡарған йырҙарына  тамашасылар ҡушылып бейене.  Байрамдың төп ризығы – ҡоймаҡтың да ниндәйен генә бешермәгәйнеләр. Килгән ҡунаҡтар был тәмле ризыҡтан ауыҙ итте, хуш еҫле үлән сәйен эсте.

Йолаға ярашлы ҡарасҡыны яндырыу ҙа сараның айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Насарлыҡтарҙың артта ҡалыуын, киләсәктә бары тик изгелек көтөүен юрап, яҙ миҙгеленә аяҡ баҫа ишембайҙар.

Фото һәм видео авторы: Гөлнора Йәмилева.

 

Ишембайҙар ҡышты оҙатты
Ишембайҙар ҡышты оҙатты
Ишембайҙар ҡышты оҙатты
Ишембайҙар ҡышты оҙатты
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас