Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 10:07

Ваҡыт сиктәрен ашыр ижад

Бай мираҫ ҡалдырҙы.

ХХ быуаттың 50 – 60-сы йылдарында башҡорт әҙә­биә­те донъяһына ҙур бер төркөм булып килеп ингән ҡәләмдәштәре араһында “хикәйә оҫтаһы” тигән шөһрәтле исемгә лайыҡ булған был әҙип сағыштырмаса ҡыҫҡа ижад ғүмерендә күләме йәһәтенән әллә ни ҙур булмаһа ла, йөкмәтке асылы, художество кимәле, шаҡтай киң диапазоны менән бай мәғәнәле мираҫ ҡалдырҙы.

Был рухи байлыҡҡа заманында етди иғтибар бүленгән, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә рецензиялар яҙылған, монографик хеҙмәттәрҙә, юл ыңғай булһа ла, фекерҙәр әйтелгән, уның күп кенә өлгөләре урыҫсаға һәм татарсаға тәржемә ителеп баҫтырылған, әммә хәҙерге осорҙа ошо рухи байлыҡ нисектер онотола төштө. Ә бит үҙенең идея-эстетик кимәле менән ул күп йәһәттән бөгөнгө талаптарға ла ифрат яуап бирә. Минең уйымса, ул киләсәктә лә шулай буласаҡ. Быны аҙағыраҡ мәҡәлә ҡыҫаһы мөмкинлек биргән сиктәрҙә асыҡлап вә күрһәтеп китергә тырышырбыҙ әле.

 

Тыуған илде данланы

 

Бына ошондайыраҡ уй-ниәт менән ҡулыма ҡәләм алдырған был шәхес – күренекле журналист-публицист, прозаик һәм драматург Ша­кир Ғиниәт улы Насиров. Ул 1913 йылдың 6 мартында Табын улысының (хәҙерге Ғафури районының) бик хозур төбәгендә урынлашҡан Ибраһим ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Күп кенә замандаштары кеүек тормоштоң әсе-сөсөһөн үҙ иңендә мул татыһа ла, Шакир белем тауҙарына тырыша-тырмаша артыла. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Еҙем-Ҡаран мәктәбенә юллана.

Тырыш үҫмер белем эстәп Өфөгә юлланырға ла йөрьәт итә. 1929 – 1931 йылдарҙа ул Өфө сәнәғәт-иҡтисад техникумында уҡый, уны уңышлы тамамлағандан һуң журна­листика донъяһына килеп инә һәм ғүмеренең аҙағынаса башҡорт ваҡытлы матбуғатын, журналистикаһын, китап баҫтырыу эшен үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала. 1931 – 1942 йылдарҙа “Ҡыҙыл Баш­ҡорт­остан” (1951 йылдан – “Совет Башҡорт­ос­таны”, 1990 йылдан – “Башҡортостан”) гәзитендә махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире вазифаларын башҡара, 1935 – 1937 йылдарҙа әрме хеҙмәтен дә үтәп ҡайта. 1942 йылда Быҙаулыҡ ҡалаһында хәрби училищела уҡығандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында ҡара тирен, хәләл ҡанын ҡоя, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1946 йылда демобилизацияланғандан һуң ул йәнә журналистика вә әҙәбиәт донъяһына килә, үҙе эшләп киткән республика гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй башлай. 1948 йылда Свердловскиҙа (хәҙерге Екатеринбургта) ике йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай һәм 1955 йылға тиклем республи­кабыҙҙың китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир, артабан ете йыл буйы “Һәнәк” журналында яуаплы секретарь, бүлек мөдире вазифаларын атҡара. Тап ошо осорҙа уның уҡыусылар араһында киң популярлыҡ яулаған очерктары менән бер ҡатарҙан әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы күренә башлай. Улар араһында повестар ҙа, хикәйәләр ҙә, комедиялар ҙа, интермедиялар ҙа бар. Һирәкләп булһа ла уймаҡ хикәйәләр, фельетондар осрай. Уларҙа журналист-әҙиптең халыҡ тормошон яҡшы белеүе, кешеләрҙең психологияһын, уй-тойғоһон нескә күҙаллауы, образлы бай тел ярҙамында ма­уыҡтырғыс һүрәтләүе күҙгә бәрелеп тора.

Шакир Ғиниәт улы быға тиклем дә һүҙ сәнғәте донъяһында журналист, прозаик, драматург сифатында ҡыйыу ғына аҙымдар яһап өлгөргән була. 30-сы йылдарҙа уҡ ул үҙен ауыл кешеләре, колхоз тормошо, яңы сәнәғәт тармаҡтарының үҫеүе хаҡында төплө очерктар яҙған иң әүҙем башҡорт журна­листарының береһе итеп таныта. “Хәтер”, “Вәғәҙә бүләге”, “Килешеү” кеүек хикәйәләре һәм новеллалары, “Бүләгем”, “Ҡолмәт ҡоҙа” тигән бер актлы пьесалары ла бер-бер артлы донъя күрә, ләкин Бөйөк Ватан һуғы­шы йылдарында уның ижади эҙләнеүҙәре бермә-бер һүлпәнәйә. Бары 1946 йылда, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас ҡына, ул ҡаурый ҡәләмен ныҡлап ҡулына ала. 50-се йылдарҙа уның икенсе ижади һулышы асылып китә.

Ш. Насиров – тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләгән яҙыу­сы. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ һәм бөгөнгө көн өсөн дә бик мөһим: үҙенең иғтибарын тәржемәсе-әҙип иң элек Тыуған ил, халыҡ азатлығы, матур тормош, туған халыҡ яҙмышы өсөн көрәште, патриотизмды, ҡаһарманлыҡты, хеҙмәтте, коллективизм һәм берҙәмлек рухын данлаған, кешеләрҙе әхлаҡи камил­лыҡ­ҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән әҫәрҙәргә йүнәлтә. Л. Толстой, Е. Крашенинников, И. Тургенев, М. Горькийҙарҙың айырым ижад емештәре, С. Бабаевскийҙың “Алтын йондоҙ кавалеры” романы, Е. Кошеваяның “Улым тураһында повесть”, Ю.Фучиктың “Язалау алдынан”, В. Овечкин, И. Ликстанов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре уның ҡаурый ҡәләме аша үтеп, башҡорт телендә киң ҡатлам уҡыусыларҙың күңел-зиһен донъяһына еткерелә.

Ҙур булмаған бер мәҡәләлә Шакир Насировтың бары 55 йыл менән сикләнгән ғүмере арауығында тыуҙырған шаҡтай киң диапазонлы ижад емештәренә тулайым байҡау яһау мөмкин түгел. Шуны иҫәпкә алып, төп иғтибарҙы ҡыҫҡаса ғына уның ижад йөҙөн билдәләгән прозаһына һәм уға айырыуса хас булған бер күре­нешкә йүнәлтеү менән сикләнеү урынлы булыр. Һүҙ әҙип сәсмәүеренең сатирик көсө, сатирик стиле хаҡында. Был йәһәттән уның хикәйәләре, комедия­лары һәм интермедиялары кеүек үк, ХХ быуаттың 50 – 60-сы йылдарындағы башҡорт сатирик әҙәбиәтенә яңы һулыш өҫтәгән әҫәрҙәр булды. Һәр нәмәнең ыңғай йә кире яҡтары, ғәҙәттә, сағыштырып ҡарағанда асығыраҡ күренеү­сән. Әгәр ҙә беҙ Ш. Насиров йәшәп ижад иткән дәүерҙәге – ХХ быуаттағы прозабыҙ­ҙың сатирик йүнәлештәге үҫеш-үҙгәреше аҙымдарына күҙ һалһаҡ, 20 – 30-сы йыл­дарҙа сатирик пафостың, сатирик стилдең башлыса иҫкелеккә йәбешеп ятыусыларҙы, дин әһелдәрен, яңы ижтимағи ҡоролоштоң формалашыуына ҡамасаулыҡ итеүселәрҙе, синфи дошман ҡалдыҡтарын, мещанлыҡты фашлауға, тәнҡит утына тотоуға бәйле хасил булыуын күрәбеҙ. Артабан сатирик сәсмәүер яңы темалар, яңы характерҙар менән байый бара. Был процесс бигерәк тә һуғыштан һуңғы йылдарҙа баҙыҡлана төшә. 50-се йылдарҙа прозала сатирик ағымды бермә-бер көсәйтеп ебәргән ҙур бер ижади төркөм әҙәбиәт донъяһына килде. С. Кулибай, И. Аб­дуллин, Р. Ғабдрахманов, Яр. Вәлиев, И. Ғиззәтуллин, З. Хисмәтуллин, Ф. Иҫән­ғолов кеүек әҙиптәр М. Ғафуриҙың, Ә. Таң­ғатаровтың “күҙ йәше аша көлөүгә” ҡоролған сатирик һәм юмористик хикәйәләренән, Б. Ишемғоловтың фельетондарынан, йыш ҡына аллегория алымына ҡоролған, пафосы менән әсе көлөүгәсә – сарказмғаса күтә­релгән хикәйәләренән, А. Карнай, Ғ. Ғүмәр, С. Агиш, Ғ. Әмири, К. Мәргән, Ә. Вәли кеүек прозаның бәләкәй жанры оҫталарының сатирик әҫәрҙәренән юлланған һәйбәт традицияларҙы уңышлы үҫтереп алып китте. Улар хикәйәнең был төрөн яңы биҙәктәр, стиль һәм художество алымдары менән байытып ебәрҙе.

 

Хикәйә оҫтаһы

 

Был “уҫал әҙәбиәт” вәкилдәре араһында Шакир Насиров айырым урын алып торҙо. Халҡыбыҙҙың Октябрь революцияһына тиклемге милли-колониаль һәм социаль иҙелеүе шарттарындағы ауыр яҙмышын, бәхетле тормош өсөн көрәшен сағылдырған “Серле ҡая” повесы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарына бәйле хәл-ваҡиғаларҙы бәйәнләгән “Һыңар ҡолаҡ Хисами”, “Иҫке шинель”, “Һалдатка Нурия мөхәббәте” кеүек тиҫтәләгән “етди” хикәйәләре менән бер рәттән, Ш. Насиров үҙ ижад ғүмерендә өс тиҫтәнән артыҡ тос йөкмәткеле сатирик һәм юмористик хикәйә ижад итте. Улар башҡорт сатирик прозаһының йылдам үҫешенә ифрат ҙур йоғонто яһаны.

Шакир Насировтың сатирик пландағы әҫәрҙәренә ағыу сәсеп, зәһәрләнеп көлөү, аҫтыртын “семетеп алыу” хас түгел. Гротеск сигенә еткән сарказ­мдан бигерәк уларға мөләйемлек, ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән дуҫтарса ихлас һәм алсаҡ көлөү хас. Уның сатирик йүнәлештәге хикәйәләрендә юмористик пафос бермә-бер өҫтөнлөк итә. Уларҙың жанр төрөн баштараҡ прозаик юҡҡа ғына “шаярыу” тип билдәләмәгән, күрәһең. Уның 40-сы йылдар аҙағында әрме тормошона арнап яҙылған “Мыйыҡ”, “Тел эҙләгәндә” хикәйәләрендә үк ана шул алсаҡ шаянлыҡ, дуҫтарса шуҡлыҡ мөхите бөркөлөп тора. Уларҙа совет һалдатының тормошҡа оптимистик ҡарашы, саф күңелле, ихлас шаярыуы күрһәтелә. Дөрөҫ, был хикәйәләрендә яҙыусы әле ҙур художестволы дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә алмай. Уларҙы күрһәтеп биреүгә ҡарағанда, һөйләп-аңлатып биреү, эпизодлылыҡ шауҡымы үҙен ярайһы һиҙҙертә. Ә уның 1953 йылда донъя күргән “Ярғанат” хикәйәһе иһә шул осор башҡорт сатирик прозаһында үҙе бер яңы күренеш, традицияларҙың новаторҙарса үҫтерелеше булараҡ ҡабул ителә.

Ғөмүмән, ХХ быуаттың 50 – 60-сы йылдарында Ш. Насиров башҡорт бәләкәй сәсмәүеренең йөҙөн билдәләгән әҙиптәрҙең береһе булып таныла. Был осорҙа ул тәрән йөкмәткеле, үҙенсәлекле формалы, ғәжәп колоритлы хикәйәләр ижад итеүе менән дан ала. Башҡорт әҙәбиәт ғилемендә, ағымдағы тәнҡиттә хатта ки әҙәбиәтебеҙҙәге “Шакир Насиров хикәйәләре” тигән төшөнсә йәшәй башлай. Был инде уның хикәйәләренең ифрат үҙенсәлекле, “насировса” булыуын, прозабыҙға яңы темалар, яңы типтар, яңы алымдар алып килеүен таныу тигән һүҙ.

“Ярғанат” әҫәре – ана шул “насировса” ғына хикәйә оҫтаһы булып танылыуҙың сағыу бер күренеше. 1953 йылда уны хатта урыҫ телендә төҫлө итеп сығарылған СССР-ҙағы иң абруйлы, иң популяр “Огонек” журналы баҫтырып сығара. Хикәйәлә “бер нәмәне алдына алдымы – өҙмәй ҙә ҡуймай”, үҙенекен һүҙ итмәй туҡтамай торған, үҙ усағына ғына көл тартырға, “илдекен итәкләп ташырға”, ә үҙенән “усын йомоп” ҡына сығарырға өйрәнгән, “ярғанат һымаҡ ҡараңғыны, яңғыҙ йәшәүҙе... яратҡан”, мут эштәрен төндә генә атҡарған, кәрәк саҡта артистарса төрлө һүрәткә инә белгән ике йөҙлө кешенең иҫтә уйылып ҡалырлыҡ образы тыуҙырыла. Шәмсибанат – ысын мәғәнәһендә йәмғиәттең оло бер бәләһенә әйләнгән, уны, үҙ файҙаһын ғына күҙәтеп, һурнаҡтарса таларға өйрәнгән ярғанатлылыҡтың әхлаҡи асылын сағыу күрһәтеп биргән тип ул. Әйткәндәй, үҙенекен үҙәккә ҡуйып, үҙ донъяһына ғына бикләнеп йәшәгән бындай бәндәләр – бөгөнгө замандың, хатта социалистик йәмғиәт төҙөйбөҙ тип инанған осорҙоҡона ҡарағанда ла, олораҡ вә хәүефлерәк бер бәләһе.

Билдәле бер осор ҡыҫаһында ғына ҡалмаҫтай шундай колоритлы образды яҙыусы төрлө шарттарҙа, төрлө хәл-ваҡиғалар, ситуациялар солғанышында ҡылыҡһырлай. Сюжетты ул тап сатирик типтың рухи портретын тыуҙырыу планында төҙөй. Бында хәл-ваҡиғаларҙы, тормош күренештәрен әҫәр персонаждарының хикәйәләүе һәм һүрәтләүе ярҙамында геройҙың характерын анализлау, эске донъяһын асып һалыу алымы уңышлы ҡулланыла.

Миҫал өсөн тимерсе Әсғәт Яруллин бәйәнләүендәге Шәмсибанаттың ниндәйерәк кеше булыуын асып бирергә булышлыҡ итерҙәй бер-ике моментҡа ғына күҙ һалып үтәйек: “Шәмсиә бит ул, ай-һай, шыма тота ла һуң үҙен килгән-киткән кеше алдында... Мәсәлим ҡарт әйтмешләй, “йоп-йомро дипломат инде!”... Бер-бер эш менән ситтән килгән кеше булһа, уның янында иң элек Шәмсиәне күрәһең. Килеүсене колхоз хәлдәре, эш торошо менән таныштыра, етешһеҙлектәр тураһында асынып бер-ике һүҙ әйтә. Шулай итеп, ситләтеп-ситләтеп кенә барып, килгән кешенең күңеленә инеп ала... Шунан инде күр ҙә тор: Шәмсибанат – “актив еңгәй”, Шәмсибанат – “түбәнге масса”. Бәйләнеп ҡара һин уға!” Йәнә бер миҫал: “Колхоз тормошона, ауыл хужалығына ҡағылып бер-бер ҡарар сыҡтымы – Шәмсиә тиҙ генә Ғәләүиен (ирен. – Ғ.Ҡ.) ауыл советына командировать итә... Шәмсиә ул ҡарарҙы энәһенән-ебенә тиклем ентекләп өйрәнә лә үҙен киҫәтеп ҡуя: уның файҙаһына булған өлөшөнөң тамсыһы ла бушҡа китмәһен, ил файҙаһына булғанын ҡа­рарбыҙ... Общий файҙаға тинеңме – ҡайҙа ул! Ярыҡ балта ла йәл... Бына шундай ул беҙҙең Шәмсиә килен!”

Хикәйәлә был типты һүрәтләүҙә шәхси телмәр характеристикаһы ла, авторҙың һүрәтләү сара-алымдары ла ҙур әһәмиәткә эйә. Шәмсибанаттың үҙ һүҙле, наян кеше булыуы, мәҫәлән, ошондай һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ярҙамында күҙ алдына сағыу баҫтырыла: “Ултырған урынында өйрәләп үк ҡуйҙы”; “тағы сатырҙай башланы”; “тағы ла тырылдарға тотондо”; “ултыра бызылдап, теңкәгә тейеп”; “сатылдап тора” һ.б. Геройҙың үҙен тотошо, тышҡы ҡиәфәте генә түгел, төрлө ситуациялағы аралашыу манераһы, телмәр үҙенсәлеге лә уның ниндәйерәк әҙәм булыуына асыҡ ишара яһай. Һыйырына тағып йөрөткән дуңғылдағының телен йәбештерергә кәрәк булғас, ул: “Кем... Әсғәт ағай”, – тип ҡайһылай татлы телләнә. Ә бына тимерсенең “Шәмсибанат килен ярғанат һымаҡ ҡараңғыны ярата”, – тип әйтеп ысҡындырыуы хаҡында белеп ҡалыуы була, уға мөнәсәбәте, уның менән аралашыу тоны йөҙ һикһән градусҡа үҙгәрә лә китә. “Әсғәт иптәш! Һин микулай заманы тип белдеңме әллә? Ниңә улай итеп кешегә исем атап йөрөйһөң?” – тип уны бөрөп алып китә. Совет закондары хаҡында уның иҫенә төшөрөргә, нотоҡ уҡырға ла онотмай.

Ҡыҫҡаһы, Ш. Насиров ҡыҫҡа, әммә тос йөкмәткеле “Ярғанат” хикәйәһендә төп иғтибарын кешенең тышҡы ҡиәфәтендәге түгел, ә характерындағы айырым етешһеҙлектәрҙе асып һалыуға һәм тәнҡитләүгә йүнәлтә. Кешенең тап ана шул эске донъяһына бәйле психологик йөкмәтке, оҫта төҙөлгән сюжет һәм, әлбиттә, ғәжәп бай, һығылмалы, әгәр шулай әйтергә яраһа, йырлап торған тел был әҫәрҙең уңышын барлыҡҡа килтерә лә инде.

 

Иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырҙы

 

“Ярғанат”ҡа хас композиция, сюжет төҙөлөшө, образды характерлау алымдары Шакир Насировтың башҡа сатирик хикәйәләренә лә үҙ эҙен һалды. Ҙур уңыштан дәртләнеп киткән яҙыусы үҙ оҫталығын арттырыу өҫтөндә ең һыҙғанып эшләүен дауам итте, бер-бер артлы сатирик һәм юмористик хикәйәләр яҙҙы. “Бар ине шәп саҡтар”, “Ике егет”, “Ҡарт тирәк күләгәһендә”, “Бәләсник”, “Хикмәт ниҙә”, “Йоғонто”, “Суртан”, “Туй алдынан” һәм башҡа әҫәрҙәрендә ул сюжетты төрлөсә – иркен дә, тәбиғи ҙә, ыҡсым да төҙөй алыуын күрһәтте. Уларҙың берәүҙәрендә образды бер үҙенсәлекле дәлил аша көлкөгә ҡалдырыу төп алым булһа, икенселәрендә кеше холҡондағы айырым етешһеҙлектең, кире яҡтың килеп сығыу сәбәптәрен асыу, тарихын тикшереү юлы менән тәбиғилеккә өлгәшә. Бына, мәҫәлән, “Ике егет” әҫәрендә тәүәккәл, көслө, ҡыйыу, эшһөйәр данын ҡаҙанған Ярулланың асылда тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған буш ҡыуыҡ кеше, күҙ буяу менән шөғөлләнгән карьерасы икәнлеге фәһемле ике-өс кенә эпизод ярҙамында күрһәтелә.

“Бар ине шәп саҡтар” тигән романтик стилдә, патетик рухта башлап ебәргән хикәйәһендә яҙыусы мөхәббәт тойғоларынан рухланып, яҡты уй-хыялдар менән йәшәй, илһамланып эшләй торғас, бригадир вазифаһына үрләтелгән Таһирҙың “авторитетыма кер ҡундырып тормайым әле” тип, үҙенең ҡорҙаштарына “малай-һалай”, колхозсыларға “ваҡ-төйәк халыҡ” тип ҡарай, хатта һөйгәне Гөлназ алдында ла танау сөйә торғас, үҙе лә һиҙмәҫтән, күҙ йәше аша көлөрлөк драматик ситуацияға тарыуы, яратҡан ҡыҙынан, дуҫ-ишенән ҡолаҡ ҡағыуы, “өшөп, бөрөшөп” ҡалған йөрәге, “һыуынған дәрте” менән “шап итеп ҡатыла ултырып ҡалыуы” ваҡиғаларын тәфсирләп хикәйәләй. Ҡайһы бер хикәйәләрендә инде һүҙ оҫтаһы айырым осраҡты, күренеште, деталде образдың теге йәки был ҡылығын тапҡыр асып һалыу өсөн шартлылыҡ алымы ярҙамында бик оҫта ҡуллана. Бындай төр әҫәрҙәрендә ул мәрәкә төҙөлгән йыйнаҡ ҡына сюжет аша ла ҙур фекер әйтеүгә, иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуға өлгәшә. Минең кеүек ҡаты ҡуллы етәксеһеҙ эш бармай, план үтәлмәй ул, тип лаф орған, үҙе дауаханала саҡта коллективының, киреһен­сә, планды күпкә арттырып үтәүенә һушы киткән буш ҡыуыҡ Солтан Вахитович (“Суртан”), матур һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, “эшлекле кәңәштәр” бирә-бирә, колхоз мәнфәғәтен ҡай­ғыртҡан булып, уғрылыҡты кәсепкә әйләндергән Ишәмәт (“Хикмәт ниҙә”), өй һаласағы, шуны булдыра алмаһа, кәпәсен атып бәрәсәге хаҡында ауыл буйлап һүҙ һөйләп йөрөй торғас, ғүмеренең үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған ялҡау, бошонмаҫ Ғәлләметдин (“Кәпәс”) – прозаиктың фәһем­ле йөкмәткеле һәйбәт табыштары ул.

Ш. Насировтың хикәйәләре араһында парсаға хас хикмәтлелеге, тапҡырлығы һәм үткерлеге менән айырылып торған уймаҡ хикәйәләр ҙә бар. Яҙыусы хәл-ваҡиғаларҙың иң ғибрәтле, иң көлкөлө “нөктәһен”, “детален” тотоп алып, уның хаҡында бик ҡыҫҡа һәм тапҡыр итеп һөйләй һәм көтөлмәгәнсә йомғаҡ яһай, һабаҡ, өгөт-нәсихәт сығара белә. Уның бындай хикәйәләре үҙҙәренең йөкмәткеһе һәм жанр тәбиғәте менән көләмәстәргә тартым.

Бына “Ышанысһыҙ ҡатындар” тигән әҫәр. Тормошҡа еңел-елпе генә ҡарап, заманында алты ҡатынға өйләнеп өлгөргән, төрмәлә һигеҙ йыл ултырып сыҡҡан берәү танышына: “Ҡатын тигән нәмәгә һис ышанма икән ул... Исмаһам, береһе барып хәлемде белмәне... Бына, хәҙер ҡайтып килдем, береһе лә ҡабул итмәне”, тип зарланғас, ул уға: “Әгәр ҡатының берәү генә булһа, хәлеңде лә белер, ҡаршы ла алыр ине. Бәлки, төрмәгә лә эләкмәҫ инең”, – тип яуап ҡайтара.

Бына ошо рәүешле әңгәмәгә йә ваҡиғаны, эпизодты ҡыҫҡа ғына һөйләп биреүгә ҡоролған уймаҡ хикәйәләрендә (“Һаҡаллы сабыйҙар”, “Аптыраш”, “Биш тинлек ҡуян – ун тинлек зыян”, “Уңышһыҙ осрашыу” һ. б.) Ш. Насиров тормошта осраған сәйер хәлдәрҙе, кеше характерындағы етешһеҙлектәрҙе көтөлмәгәнсә тапҡырлыҡ, уйға һалырлыҡ кинәйәлелек менән фашлауға өлгәшә. Шул яғы менән улар үҙенсәлекле һәм фәһемле лә инде.

Ғөмүмән, сая яугир генә түгел, ысын мәғәнәһендәге ҡыйыу көрәшсе, журналист һәм әҙип Шакир Насировтың ошондай күп яҡлы фәһемле ижад емештәре, барлыҡҡа килеүҙәренә 60 – 80 йыл үтеп китһә лә, бөгөн дә ижтимағи-эстетик әһәмиәтен юғалтмаған һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ, сөнки улар, тормоштоң, ысынбарлыҡтың үҙе кеүек үк, кешеләрҙе илһамландыра һәм тәрән уйҙарға һала, шатланды­ра һәм нәфрәтләндерә, яҡтыға һәм камиллыҡҡа әйҙәй, ихлас йылмайта һәм көлдөртә, ҡыҫҡаһы, уларҙың күңел донъяһын паклай һәм дауалай. Бындай ижадтың ваҡыт сиктәрен ашмай ҡалыуы мөмкин түгел.


 Ғиниәтулла ҠУНАФИН

Читайте нас: