Бишбүләк районында РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған "Театр. Ижад. Талант" тип аталған ауыл үҙешмәкәр театрҙар фестиваленең йомғаҡлау этабы бара. Унда Тәтешле, Учалы, Бишбүләк, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, шулай уҡ Пермь крайынан килгән халыҡ театрҙары менән бер рәттән, Урал аръяғы төбәгенән Баймаҡ районының Ниғәмәт ауыл клубы янындағы "Һаҡмар" халыҡ театры ла сығыш яһай.
Ниғәмәт һәүәҫкәрҙәре Наил Ғәйетбаевтың “Аты барҙың – дәрте бар” комедияһын күрһәтте.
- Тамашасылар, жюри ағзалары беҙҙең халыҡ театрының сығышын бик ихлас ҡабул итте. Ҡотлобай ролен – Рәил Хәсәнов, Һатыбалды – Ишдәүләт Сафиуллин, Зәкирйәнде – Илфат Йәмлихин, Балбикәне – Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Шәмсебикәне - Фәнүрә Ғәббәсова, Октябринаны Гөлбикә Кейекбаева башҡара. Спектаклдең режиссеры – Азамат Ишйәров. Бөгөн фестивалдең икенсе көнө дауам итә. Бынан тыш һәр театр тамашасылар алдында концерт менән сығыш яһай. "Һаҡмар" халыҡ театры артисы Рәил Хәсәнов Назар Нәжмиҙең "Гармунсы дуҫ" спектакленән өҙөк башҡарасаҡ, - тип хәбәр итте "Һаҡмар" халыҡ театры артистары.
Фестиваль барышында жюри рәйесе, башҡорт театр сәнғәтенең мэтрҙары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әбүшахманов оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.
Фестивалдә ҡатнашҡан барлыҡ халыҡ театры коллективтарына уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: "Һаҡмар" халыҡ театры тарафынан тәҡдим ителде.