Нурзиә Хәсәнова Беренсе каналдағы "Бөтә ил менән аш бүлмәһендә йырлайбыҙ" тигән проектты ҡарағандан һуң интернет селтәренә үҙенең туғандары менән йырлап ултырған видеоларын #йырлытабын тигән хэштег ҡуйып һалған ине. Һәм башҡаларҙың да туғандары менән бергә йырлаған видеояҙмаларын һалыуын һораған. "Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын", - тигән теләген дә белдергән.
Ошо проект күптәрҙең күңеленә хуш килде. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә тейешле хэштег менән видеояҙмалар урынлаштырылды. Ҡайһы берәүҙәрен беҙгә лә ебәрҙеләр.
"Бҽҙ, Фҽдоровка районының Юлдаш ауылы ҡыҙҙарынан торған "Гөлнәзирә"ансамблҽ, йырлы табынға ҡушылырға булдыҡ, "Ҡарҙар ҡарала икән" йырын башҡарабыҙ. Әйткәндәй, ауылыбыҙ айыҡ ауылдар араһында", - тип яҙып ебәргән Дания Ташбулатова.