Бөтә яңылыҡтар

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!

Башҡаларға һәр яҡлап өлгө булыуҙы маҡсат итеп ҡуя ул.

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!
Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!

Бишбүләк районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сөмбөл Әсфәндиәрова ла һөнәре буйынса уҡытыусы. 2014 йылда Өфөнән ғаиләһе менән Бишбүләк районына күсеп ҡайталар. Бикҡол ауылында төпләнһәләр ҙә, Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Ҡанаҡай урта мәктәбенә йөрөп, балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Уның дини ғилемле булыуы ла тәрбиәүи йүнәлештә эшләргә, иман дәрестәр алып барыуға  булышлыҡ итә.  Бер үк ваҡытта ул Бикҡол ауыл мәсетендә мәхәллә рәйесе вазифаһын да башҡара.

Бишбүләк районында Сөмбөл Әсфәндиәрова етәкселегендә Ағинәйҙәр ойошмаһы 2015 йылдан эшләп килә.

-Төп маҡсатыбыҙ сәхнәлә йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеү генә түгел, үҙебеҙҙе тәрбиәләү, башҡаларға өлгө була белеү, - ти конкурсантыбыҙ.

Ағинәйҙәр ойошторолған саралар әленән-әле үткәрелеп тора һәм улар күп төрлө.  Йәш быуынға “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек йолаларҙы күрһәтәләр. Үткән йылда районда аҫалы балаҫ һуғыу буйынса ҙур саралар уҙғарылған. Ҡаныҡайҙа үткәрелгән был байрамға  башҡа райондарҙан да оҫталар йыйылған. Бишбүләк ағинәйҙәре башҡа райондарға сығып та оҫталыҡтарын камиллаштыра. Мәҫәлән, Бөрйәнгә “Ҡорама юрған” байрамына барып ҡайтҡандар.

Сөмбөл Әсфәндиәрова ғаиләһе тураһында ла йылы итеп һөйләне. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерһәләр, хәҙер улар үҙ аллы донъя көтә. Бер ейәнсәргә бәхетле өләсәй ҙә конкурсантыбыҙ.

Фото: шәхси архивтан.

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!
Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!
Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!
Сираттағы конкурсантыбыҙ - Бишбүләк ағинәйе!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: