Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәҙәниәт йортонда республика "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы "Сибай сәсән йыйыны-2023" конкурсы бара.
Сара халыҡ ижадын популярлаштырыу, сәсәндәр ижадын үҫтереү һәм таратыу, төбәк сәсәндәрен асыҡлау, һүҙ оҫталарының ижады менән танышыу маҡсатында үткәрелә.
Ойоштороусылары - Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы хакимиәте, Иҫке Сибай ауыл мәҙәниәт йорто һәм урындағы йәмәғәт ойошмалары.
Сарала бөтәһе 21 бәйгесе ҡатнаша. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан сәсәндәр үҙ-ара һынау тота. Тел, милләт, тыныслыҡ, айыҡлыҡ, ғаилә темаларына сығыштар яңғыраны. Уларҙы абруйлы баһалама ағзалары тыңланы. Әлеге ваҡытта конкурс дауам итә. Икенсе турҙа ҡатнашыусылар әйтеш буйынса һынау тотасаҡ.
Әбйәлил районынан килгән Фатима Һибәтова - иң оло сәсәндәрҙең береһе, уға 75 йәш.
"Районда үткән сәсәндәр ярышында һәр саҡ ҡатнашам, был юлы беҙ райондың "Йәйғор" әҙәби ойошмаһынан дүрт кеше килдек. Барыбыҙ ҙа сәсәнлектә һынау тоттоҡ. Баймаҡ ерендә, Сибай сәсән тыуған яҡта сығыш яһау ҙур яуаплылыҡ өҫтәй", - ти Фатима инәй.
Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан килгән Шәфҡәт Мәжитов төрлө яҡлы таланты менән хайран ҡалдырҙы. Шиғыр, ҡобайыр яҙа, йырлай, гармунда, ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Тыуған ауылында мәҙәниәт йорто директоры булараҡ, Яңы Усмандың мәҙәни тормошон гөрләтеп алып бара ул. "Әсәйем яғынан тоҡомом Ғәбит сәсәнгә барып тоташа", - ти.
Барлыҡ һүҙ оҫталарына тел байлығы, уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотолары һәм видеоһы.