"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"

 Иҫке Сибайҙа республика "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы "Сибай сәсән йыйыны-2023" конкурсы үтте. 

"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле""Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"
"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәҙәниәт йортонда республика "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы "Сибай сәсән йыйыны-2023" конкурсы үтте. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 20 бәйгесе ҡатнашты. 

"Сибай сәсән йыйыны-2023" конкурсын ойоштороусыларҙың береһе, баһалама рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән “Сибай сәсән йыйыны” тураһында тәҡдим йыл башында Сибай ауыл биләмәһе  башлығы янындағы киңәйтелгән ултырышта ҡабул ителгән.

Йыйынға республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән егерменән ашыу сәсән саҡырылды. Тик көндәрҙең буранлап тороуы менән бәйле бәйгегә егерме кеше генә килә алды. Иң тәүәккәл, тәбиғәт көйһөҙлөктәренән ҡурҡмаған, сәсән һүҙен алғы планға ҡуйған иң-иңдәр ине улар. Ысынлап та, сәсәндәр әйтеше унда ҡатнашҡандар өсөн илһам һәм дәрт биргән сағыу күренеш булды! Бөгөнгө көн проблемалары, халыҡ һәм тел яҙмышы тураһында берәгәйле һүҙҙәрен әйтте тел оҫталары, милләттәштәребеҙҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырҙы.

“Сибай сәсән йыйыны” үҙ маҡсатына тулыһынса иреште, тип әйтә алам. Халҡыбыҙҙың телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙары бар әле!"- ти баһалама рәйесе.

Шулай итеп бәйгенең иң төп призы- гран-приҙы Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Мәүҙиға Баймөхәмәтова яуланы. Республикала сәсән теле, йор һүҙле булып танылған Мәүҙиға Нәбиб ҡыҙын барыһы ла яҡшы белә. Был юлы ла Әбйәлил сәсәниәһе барыһын да һоҡландырҙы, думбыра менән сығыш яһауы ла бик урынлы булды.

Беренсе урынға Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Шәфҡәт Мәжитов лайыҡ булды.

Сибай сәсәндең тыуған ерендә үткән сәсәндәр бәйгеһе тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ.

Автор фотолары.

"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"
"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"
"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"
"Телебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙ киләсәген һаҡлар ул-ҡыҙҙар бар әле"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас