– Ҡуй, Йәмилә апай. Насар кеше түгел бит Сәриә Сәрүәровна. Уны бөтәһе лә маҡтай. Танылған гинеколог-акушер, – тип уға ҡаршы сыға Фәнилә.
– Һы, матур, данлыҡлы, тип тормаған бит әле, сығып ҡасҡан өйөнән, тиккә түгелдер.
Артабан тыңлап тора алманы Сәриә. Кинәт ауырайған аяҡтарын көскә һөйрәп, үҙ бүлмәһенә ыңғайланы. Коридорҙа аяҡ тауышын ишетеп ҡалған Йәмилә, кинәт йүгереп сығып, ҡото осҡан ҡиәфәттә Сәриәнең артынан ҡарап ҡалды…
Өҫтәл янына барып ултырғас, Сәриә, башын ике ҡуллап тотоп, уйға сумды. Кемдән-кемдән, тик Йәмиләнән көтмәгәйне бындай һүҙҙәрҙе. Ун йыл бергә эшләйҙәр. Ошонда үҙе урынлаштырҙы, ҡулынан килгәнсә гел ярҙам итеп тора. Ниңә шул ҡәҙәр аяуһыҙ ҡыланды әле бөгөн Йәмилә? Ни өсөн? Кеше ҡайғыһына шулай һөйөнөп буламы икән ни? Йәне көйөп, урынынан торҙо ла ҡайтырға йыйынды. Ә башында бер хәбәр: “Йәш бисәгә өйгә кергән! Йәш бисәгә өйгә кергән!” Ысынбарлыҡ шул ҡәҙәр яман булһа ла, күңеле ҡабул итмәне был хәбәрҙе. Бына, уянып китер ҙә, баш осонда йылмайып Рәлиф баҫып торор кеүек. Донъяһы буталды Сәриәнең.
Белә Сәриә, балалары уның яңғыҙын ҡалдырмаясаҡ, барыбер үҙҙәренә алып китәсәк байрам табынына. Тик өйөн ташлап киткеһе килмәй. Ә Рәлифе һуңлап ҡайтып инһә? Юлда асығып, өшөп киләлер, бәлки? “Йәш ҡатынға өйгә кергән!”
Ҡапыл ишек шаҡынылар. Сәриә ашығып, Рәлифен күрергә өмөт итеп, шатланып ишекте барып асты. Ишектә йылмайып улы баҫып тора:
– Әсәй, һиңә бер минут әҙерләнергә. Киленең дә, балалар ҙа көтөп ҡалды. Бүләк-күстәнәстәреңде онотма, Яңы йыл кисе бит, әсәй, Яңы йыл кисе! Бойоғоп ултырырға ярамай, шатлан, бөтә хәүеф-хафаңды урамға һибеп китәбеҙ хәҙер, – тип, әсәһен иҙән уртаһында вальста өйөрөлтөп, уйларға ла ирек бирмәйенсә, тиҙ генә алып сығып китте.
Ысынлап та, урамға сыҡҡас, шундай рәхәт, еңел булып ҡалды Сәриәгә. Урам тулы кеше. Шат тауыштар, көлөшөүҙәр яңғырай. Бөтә кеше хәрәкәттә: теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла йүгерәләр. Барыһында ла байрам кәйефе, бәхетле йөҙҙәр, балҡып торған күҙҙәр. Бына бит, кеше араһына сыҡҡас ниндәй рәхәт. Рәхмәт инде балаҡайҙарыма, тип Сәриә ашыға-ашыға улының артынан ҡуҙғалды.
Күңелле үтте байрам. Балалары хаҡына Сәриә шат булырға тырышты. Әрнеүен күңеленең иң төбөнә йәшереп, йыл башын яҡшы кәйеф, көр күңел менән ҡаршыларға тырышты. Төнгө икелә, күмәкләп, урам тултырып, уларға килделәр. Бейенеләр, йырланылар. Бигерәк тә бәләкәстәр ҡыуанды. Таң алдынан ҡайтып, ял итергә кәрәк, тип таралышты балалар. Сәриәне лә үҙҙәренә саҡырғайнылар, иртәгә эшкә барып урайһы бар, тип өйҙә тороп ҡалды.
Балаларын оҙатҡас, тағы тәҙрә ҡаршына баҫты Сәриә. Ә тышта шундай матурлыҡ! Сағыу, матур салюттар һауаны ярып тирә-яҡты балҡытып ҡына тора. Бер әкиәт донъяһы инде бына! Сәриә телефонын ҡулына алып, Рәлифен Яңы йыл менән ҡотларға теләне. Тик эске бер тауыш туҡтатты. Ярамай, Сәриә, ярамай! Ғорур бул! Һин бит төшөп ҡалғандарҙан түгел. Көт, бәлки, үҙе хәбәр ебәрер, өмөтөңдө генә һүндермә, тигәндәй тойолдо. Тик телефон иртәгәһенә лә, бер аҙнанан да шылтыраманы…
Байрам көндәре тиҙ генә үтеп китте. Һуңғы арала ҡыҙы бик йыш килә башланы. Үҙе генә, ирен дә, балаларын да эйәртмәй. Йә эш урынына килә йә ҡайтыуына өйҙә көтөп тора. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Үҙе башлап һүҙ ҡатмай, әсәһенең башлағанын көтә. Тик Сәриә ныҡ булырға, балалар алдында ебеп төшмәҫкә, балауыҙ һығып ултырмаҫҡа һүҙ биргәйне инде. Ул яйлап ошо яңғыҙлығына күнегеп тә бара. Ә ниңә? Яратҡан эше бар. Күберәк ваҡытын эштә уҙғарырға тырыша. Арып-талып, ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡайта. Күпме сабыйҙы ошо тырыш, тилбер ҡулдары менән ҡабул итә ул. Күпме рәхмәт, йылы һүҙ ишетә. Бөтәһе лә Хоҙай Тәғәлә ҡулында шул. Бирһә – бирә, алһа – ала. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ яңылышы. Оҙаҡламай яҙ ҙа етер. Бар донъя йәшәрер. Күңелемә лә йән тыныслығы килер. Бер асыҡлыҡ, аңлашыу булыр бит инде. Былай ғына бармаҫ әле гел, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы Сәриә.
Асыҡлыҡты бер көн кисен ҡыҙы алып килде. Ҡыҙының ҙур асылған күҙҙәрендә нәфрәт, зәһәр ут яна. Ишектән инеү менән Әлиә тиҙ генә сисенде лә компьютер янына уҙҙы.
– Әсәй, кил әле бында. Хәҙер һиңә бер ғибрәтте күрһәтәм. Тик һин ултыр, тыныс булырға тырыш, – тип компьютерҙы көйләне.
Сәриә, экранға ҡарап, хайран ҡалды. Ә унан, шат йылмайып, Рәлифе ҡарап тора. Ярым-шәрә бер йыуан ҡатынды биленән ҡосаҡлап, Ҡазан “Аквапаркы”нда төшкән. Был күренеш яман төш кеүек тойолдо Сәриәгә. Нисек инде! Бәлки, ул түгелдер, була бит оҡшаш кешеләр, тип үҙен йыуатырға маташты. Юҡ, ул Рәлиф ине! Ҡыҙы юҡҡа ғына ҡайғыға батып килмәгән бит инде. Әсәһенең дөрөҫлөктө ҡабул итеүен, өмөтләнеп ултырмауын теләп килгән. Уның бушлыҡҡа ҡарап ҡатып ҡалыуын күреп, ҡыҙы ҡурҡып китте. Тиҙ генә компьютерҙы һүндереп, әсәһен ҡосағына алды ла үкереп илап ебәрҙе:
– Әсәй, әсәкәйем! Миңә шундай ҡыйын, ауыр. Йөрәгем ярыла икән, тип торам күргәс. Ул юҡ хәҙер беҙҙең өсөн. Ул үлде, һыуға батты ана шул “Ҡазан аквапаркы”нда. Эйе, үлде. Минән һорашһалар, мин шулай тип әйтәсәкмен. Һыуға батып үлде, тип…
Сәриә, кинәт телгә килеп:
– Ҡыҙым, ни һөйләйһең һин? Нисек инде үлде, юҡты һөйләмә. Әлегә шым ғына ултырайыҡ әле. Миңә лә еңел түгел, балам, – тип ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып, оҙаҡ бәүелеп ултырҙы.
Ҡыҙы бер аҙ тынысланғас, бер ни булмағандай, шат йылмайып, урынынан ҡуҙғалды. Матур итеп сәй табыны ҡорҙо. Һүҙҙе бөтөнләй ситкә бороп, үҙен иң бәхетле ҡатындарҙың береһе кеүек итеп тотоп, ҡыҙын шат йылмайып оҙатып ҡалды. Ә ниңә? Бөтәһе лә һәйбәт. Донъя шундай матур! Әсәһе мәрхүмә әйтмешләй, ирҙеке – итәктә, баланыҡы – йөрәктә, тигәндәй. Итәгеңдән һыпырып төшөр ҙә артабан атла. “Бына балаларың ҡайғы килтермәһен, балам”, тиер ине. Ысынлап та, ниндәй хаҡ һүҙҙәр. Бик аҡыллы ине шул әсәһе, сабыр кеше ине. Матур кәңәштәре менән гел күңелен үҫтереп торҙо Сәриәнең. Ысынбарлыҡ нисек кенә ауыр, аяныс булһа ла, түҙҙе, сыҙаны Сәриә.
Бер көн яйлап ҡына баҫып, һуң ғына эшенән ҡайтып килгәндә, ҡапҡа төбөндә Рәлифтең йөк машинаһын күреп, аптырап ҡалды. Алыҫтан күҙәтеп килә, ире машина тирәләй ашығып-ашығып йөрөй. Туҡтауһыҙ тәмәке тарта. Сәриә ашыҡманы, ауырайып киткән аяҡтарын ял иттерә-иттерә, яй ғына өйөнә яҡынлашты. Ире яғына боролоп та ҡараманы. Өнһөҙ генә ҡапҡанан инде лә ишеккә үрелде. Аяҡ тауышы ишетелһә лә, боролманы. Өйгә инде, әкрен генә кейемен алмаштырҙы. Сәй ҡуйып ебәрҙе. Башында бер уй булһа, исмаһам. Бушлыҡ, шундай битарафлыҡ бар донъяға. Өй янында бер колонна машина торһа ла иғтибар итмәҫ ине. Үҙенең тыныслығына үҙе аптыраны Сәриә. Ишек тауышына ла боролоп ҡараманы, үҙ эше менән булды. Гөлдәренә һыу һипте, телевизор ҡабыҙҙы ла креслоға килеп ултырҙы.
– Ни бит әле, Сәриә. Һөйләшергә, аңлашырға кәрәк ине.
Иренең ҡыйыуһыҙ, тоноҡ тауышын ишетеп ултырһа ла, ҡатын урынынан ҡуҙғалманы. Бер нәмә уйлай ҙа, фекерләй ҙә алманы. Бушлыҡ! Бөтә тарафта бушлыҡ: өй эсендә лә, күңелдә лә.
Рәлиф әкрен генә Сәриәнең ҡаршыһына, ултырғыс ҡуйып, килеп ултырҙы. Ҡатынының ҡулынан тотто. Сәриә әкрен генә ҡулын ситкә алды. Ире уның ҡарашын тоторға тырышты. Сәриә, муйылдай ҡара күҙҙәрен ҙур асып, ҡатып ҡалғайны. “Нисек кенә рәнйетә алдым икән ошо фәрештәләй ҡатынымды? Ҡайҙан ғына юлландым икән шул Шишмә тарафтарына?” тип өҙгөләнеп уйланы Рәлиф. Нисек кенә ғәфү үтенһә лә, алдына теҙләнһә лә, ҡылығының ғәфү итерлек түгел икәнен яҡшы аңлай ир кеше. Балалары ла яйлап баш тартты унан, шым ғына, өнһөҙ генә. Һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ булдылар. Шылтыратһа, ҡыҙы мыҫҡыл итеп: “Вы ошиблись номером”, – тип тутыйғош кеүек ҡабатлап тик тора. Шулай үс алыуылыр инде.
Улы бөтөнләй күрмәмешкә һалыша. Асыулы ҡарап, машинаһына ултыра ла китә. “Шул кәрәк һиңә, бәхет ҡәҙерен белмәгән туң баш”, – тип һүгә үҙен ир кеше. Йә, ни етмәгән уға? Шул эскелек, күңел асыу арҡаһында инде. Аҙғынлыҡ инде, аҙғынлыҡ харап итте уны. Һөйләшергә, аңлашырға күпме ынтылып ҡараны Сәриәһе. Бар тип тә белмәгән булды Рәлиф. Әле килеп кенә ниндәй ғазаптарға һалғанын аңланы ҡатынын. Абруйлы, билдәле кеше бит районда. Ә балалары ниндәй аҡыллы, эшсән, тырышып донъя көтәләр. Уларға ла бик еңелдән булмағандыр атайҙары тураһында ундай түбән һүҙҙәр ишетеү…
- Гөлшат САМАТОВА