Ошо аҙнала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Әнғәм Атнабаевтың яҡташтары – тәтешлеләр – тамашасыларҙы беренсе ҡаттың фойеһында икмәк-тоҙ менән йырлап ҡаршы алды, театрҙың икенсе ҡатындағы фойела күргәҙмә эшләне.
Әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәрҙе берләштергән кисә Тәтешле районының ижади көстәре менән әҙерләнгән “Атнабай ырыуының тарихы” исемле пролог менән асылып, әҙиптең шиғырҙары, уның хаҡында иҫтәлектәр, һүҙҙәренә яҙылған йырҙар аша Шағир донъяһын байҡау менән дауам итте.
Хәтер кисәһендә абруйлы ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов: “Хәтер кисәһенең М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтеүе осраҡлы түгел – драматургтың 11 әҫәре ошо театр сәхнәһендә ҡуйылды. Киләсәктә ла Атнабай пьесалары театр репертуарында булыр, сөнки уның шиғырҙары, һәр әҫәре – йәшәү һәм мөхәббәт тураһында”, – тине һәм халыҡ шағирының яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, яҙыусы, журналист, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов хәтерендә һаҡланған иҫтәлектәр менән бүлешеп, “Беҙҙең республикала шағирҙар, яҙыусылар исемен йөрөткән мәктәптәр бар, Әнғәм Атнабаев исемен дә Өфөләге берәй гимназияға бирергә кәрәк”, – тигән тәҡдим индерҙе.
Журналист, шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина: “Иҫке күрҙемдәр – Кейековтар нәҫеленең данлы тоҡомдары. Күптән түгел генә Иҫке Күрҙем ауылында уҙған сараларҙа ҡатнаштым, йола буйынса Ә. Атнабаев һәйкәленә сәскәләр һалыу, Туған тел көнөнә ҡарата асыҡ дәрес ойошторолдо, күренекле ғалимдар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында “Кейековтар, Атнабай – беҙҙең ҡан, беҙҙең тарих, беҙҙең дан!” түңәрәк өҫтәле, “Күрҙем шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестиваленең гала-концерты үтте. Бөгөн Өфөгә килеп төп театр сәхнәһендә, профессиональ артистар менән район таланттары бергә ҡатнашҡан Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе менән тамамланыуы – үҙе бер мәртәбә. Әнғәм ағайҙың исемен данлаусы яҡташтарына афарин! Башҡортостан һәм башҡорттар йәшәгәндә, Табын ырыуы башҡорто Әнғәм Атнабаев исеме лә йәшәйәсәк”, – тине.
Әнғәм Атнабаев менән бик күп йылдар бергә эшләгән коллегаһы, күп юлдарҙы бергә үткән дуҫы, “Һәнәк” журналының 1980–2010 йылдарҙағы баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов та кисәлә үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште, Әнғәм ағайға бәйле хәтирәләрен яңыртты, уға арнап шиғыр уҡыны.
Башҡорт дәүләт акадамия драма театры Атнабаевтар ғаиләһе өсөн икенсе тыуған йорт кеүек тә булды. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Зинира Атнабаева ғүмерен ошо театрға арнаны, ошо сәхнәлә ижади бейеклектәр яуланы, тамашасылар алҡышында йәшәне. Театрҙағы бөтә цехтарҙа тиерлек Атнабайҙар эшләне: реквизит, грим, ҡораусылар, тауыш режиссеры – улар ғаиләһендә барыһы ла булды, ә иң мөһиме – улар театр йәнле, театр рухлы ине. Әнғәм Атнабаевтың 11 әҫәре Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды.
Әнғәм Атнабаевтың ижадында – уның күңел торошо, заманы хаҡында уйланыуҙар. Уның ҡәләме үткер, теле халыҡсан ине, күңелендәген юмор аша ярып һалырға ла оҫта, яҙыу манераһы менән дә, фекер ағышы менән дә, шиғыр интонацияһы ла, рифмалары ла — барыһы ла Атнабайса. Кисәгә килгән тамашасылар уның шиғырҙарын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел икәненә тағы бер тапҡыр инанды.
Хәтер кисәһен Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева менән Илдар Ғүмәров алып барҙы, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, режиссеры – Фирғәт Ғарипов. Кисәлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары башҡарыуында Ә. Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Балаҡайҙарым” һәм “Законлы никах менән!” спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелде, шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, Өфө “Нур” татар дәүләт театры “Ул ҡайтты” спектакленән өҙөк күрһәтте.
Кисәлә тамаша залында хөрмәтле ҡунаҡтар – Ә. Атнабаев премияһы лауреаттары Айҙар Ғәлимов һәм Салауат Фәтхетдинов, данлы “Еҙ ҡыңғырау моңдары”на көй яҙған Вәсил Хәбисламов, Тәтешле районының арҙаҡлы шәхестәре булды.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов Әнғәм Атнабаевтың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлектең бөгөндән үк башланыуы, уның ҙур байрам булыуы, халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү өсөн район бар көсөн һалыуы тураһында хәбәр итеп, сараны ойоштороусыларға рәхмәтен дә еткерҙе.
“Уның ижадына ҡарата яҡшы ҡарашта, изге ниәттә булыуымды әйткәнем бар. Әнғәм бер ҡасан да ваҡ һүҙ һөйләп, теленә нимә килһә, шуны яҙып йәшәмәне, һәр саҡ иң мөһим, иң хаҡ тигән һүҙҙәрен әйтте”, тигән фекерен белдергән Мостай Кәрим. Ысынлап та, тамашасы “шағир булмышына – рухына ярашлы, юмор, нескә лирика, берсә дәртле, берсә һағышлы йырҙар, шаян өҙөктәр, философик фекерҙәр – йәнең ни теләһә, барыһы ла булды был кисәлә” тигән фекерҙә таралышты.
Шағирҙың тыуған көнө генә була, тиҙәр. Һәм был һүҙҙәр хаҡтыр: Әнғәм Атнабаевтың ғүмере уның шиғырҙарында, сәхнә әҫәрҙәрендә, яҡындарының иҫтәлектәрендә дауам итә, ә яҡты образы туғандары, дуҫтары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә уйылып ҡалған.
- Динара Ҡәйүмова