Бөтә яңылыҡтар

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА: "Илһам урғылып килгәндә, арыуыңды онотоп, ноутбукка тотонаһың..."

Бөгөн – Бөтөн донъя яҙыусылар көнө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА: "Илһам урғылып килгәндә, арыуыңды онотоп, ноутбукка тотонаһың..."
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА: "Илһам урғылып килгәндә, арыуыңды онотоп, ноутбукка тотонаһың..."

Бөгөн Бөтөн донъя Яҙыусылар көнө билдәләнә. Милләтебеҙҙе милләт иткән ҡиммәттәрҙе һаҡлаған, халҡыбыҙҙың рух ҡалҡаны булыу бурысын оло бер фиҙакәрлек менән күтәргән әҙиптәребеҙҙе ошо көн уңайынан ҡотлап, хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәм гәзитебеҙ дуҫтарына әҙәбиәт һөйөүселәрҙең яратҡан яҙыусыһы Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА менән йыйнаҡ ҡына әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Миләүшә апай, һеҙ бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу һәм иң әүҙем ҡәләм оҫталарының береһе. Белеүебеҙсә, ошо көндәрҙә генә яуаплы вазифаға тәғәйенләндегеҙ. Яҙышыуығыҙ кәмеп китәр микән, тип шөбһәләнә әле халыҡ интернетта...


– Берәүгә лә үҙе күтәрә алмаҫтан артығы тейәлмәй, ти. Мин бығаса ла яуаплы эштәрҙә булдым. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит журналист һөнәрен: яҙ ҙа номерға өлгөрт, яҙ ҙа өлгөрт... Ә инде әҙәби әҫәрҙәргә килгәндә, уларға махсус ваҡыт кәрәкмәй. Күңелдә берәй идея сиртеп, ул йөрөп етлегеп, үҫешеп, тулышып китһә – юлын таба. Командировканан арып ҡайтып ултырғанда ла, илһам урғылып килә икән, ноутбукка тотонаһың. Йәки таңғы дүрттә кемдер төртөп уятҡандай булып һикереп тораһың да, битте лә һыйпамайынса яҙырға йәбешәһең. Ҡояш ҡалҡаннын да, батҡанын да аңғармайһың... Үҙенә күрә бер сир.


– Әҙәбиәтебеҙҙең күренекле шәхестәре, уларҙың ижади мираҫы тураһында мәғлүмәттәрҙе туплаған, өйрәнгән, һаҡлаған Милли әҙәбиәт музейы бөгөн ижад иткән әҙиптәр менән ниндәй бәйләнештә?


– Милли әҙәбиәт музейы Яҙыусылар ойошмаһының штабы ул. Унда беҙҙең әҙәбиәттең тарихы һаҡлана. Һәм был тарих бөгөнгө яҙыусылар ижадына, яҙмышына, әлеге йәшәйешенә туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, бына яңыраҡ ҡына Хәким Ғиләжевтең 100 йыллығын билдәләү сараһында уны күреп белгән яҙыусылар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йәш быуынға шул белгәндәрен, йылы мөнәсәбәттәрен һыуытмай ғына телдән-телгә, күҙҙән-күҙгә, күңелдән-күңелгә еткерергә тырышты. Шулай уҡ бөгөнгө яҙыусылар үҙҙәре лә әҙәбиәт музейына өлөштәрен индерһен ине. Бер кем дә мәңгелек түгел. Ә рухи мираҫ – үлемһеҙ.


– Әҙәбиәтебеҙгә блогер-яҙыусы тигән төшөнсә лә килеп инде. Һеҙ үҙегеҙ генә лә "Бәйләнештә"ге әҙәби төркөмөгөҙҙә 13 меңгә яҡын уҡыусы йыйғанһығыҙ. Интернет яҙмалары әҫәргә, артабан әҙәбиәткә инә аламы, нисек уйлайһығыҙ?


– Әгәр киңерәк итеп уйлаһаң, уҡыусыла хис-тойғолар уятҡан ниндәй ҙә яҙма әҫәр була ала. Хатта бер ниндәй жанрға инмәгән, ултырмағаны ла. Шулай тип тә ҡабул итергә мөмкин. Әммә беҙҙә әҙәбиәт ҡанундары бар. Әҙәмилек әҙәми ҡанундарға, тәбиғәт тәбиғи ҡанундарға, илдәр кешелек закондарына буйһонған кеүек, әҙәбиәт тә әҙәби тәртиптәрен тоторға тейеш. Тәртип юғалған ерҙә хаос хасил була. Бөгөнгө интернет әҙәбиәте ана шул хаос хәленә лә инеп киткән һымаҡ була, әммә был ваҡытлыса күренеш, тип уйлайым. Уҡыусының интуицияһына ышанам. Ул барыбер ҙә тәмлене, сифатлыны, йәмлене һайлаясаҡ.


– Яҙыусылар союзында ла бөгөн яңы рәйес. Һеҙ уның ярҙамсыһы, шулай бит? Ойошманың хәлен һораша алабыҙмы?


– Ишеткәнһегеҙҙер: Яҙыусылар ойошмаһына Республика башлығы Радий Хәбиров бик ҙур ярҙам күрһәтте. Был оҙайлы йылдарҙан һуң Хөкүмәтебеҙҙең яҙыусыларға ҡарата яҡты йөҙөн бороуы булды. Өмөтлө, маҡсатлы йәш яҙыусының етәксе булып килеүе беҙгә – яҙыусыларға ла йән өрҙө. Әле ойошманың бинаһы төҙөкләндерелергә тора. Был әҙиптәр өйлө була, тигән һүҙ. Яңы пландар, проектар башланғыс алып тора. Яҙыусылар илгә, халыҡҡа, хөкүмәткә кәрәкле икәнлектәрен иҫбатлар көндәр килде.


– Һеҙҙе һәм башҡа бар яҙыусыларҙы ла Бөтә донъя Яҙыусылар көнө менән ҡотлайым, Миләүшә апай. Илһам шишмәгеҙ һәр ваҡыт ошолай урғылып аҡһын да уҡыусыларығыҙға тереһыу шифаһын бирһен.
– Ҙур рәхмәт. Ошо уңайҙан мин дә ҡәләмдәштәремде ҡотлайым һәм иң изге теләктәрҙә ҡалам.

Р.ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фотолар: М.Ҡаһарманованың шәхси архивынан. 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА: "Илһам урғылып килгәндә, арыуыңды онотоп, ноутбукка тотонаһың..."
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА: "Илһам урғылып килгәндә, арыуыңды онотоп, ноутбукка тотонаһың..."
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: