“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Рәми Ғарипов” сайтының презентацияһы үтте
Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған сайт Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы грантына ярашлы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан булдырылды. Был эштә әҙиптең балалары ла ҡатнашты.
Сарала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының генераль директоры Роман Рәшит улы Низаметинов, "Башҡортостан республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы Йомағужина, сайт етештереүсеһе "ЭНЭФСИ" йәмғиәт ойошмаһының етәксеһе Әлфир Ғәзиз улы Илбаҡтин, сайттың баш мөхәррире Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова һәм әҙиптең балалары – Гөлнара менән Азамат Ғариповтар сығыш яһаны.
Үҙенсәлекле сайтта Рәми Ғариповтың ижадына, тормошона арналған ғилми мәҡәләләр, китаптар, уның башҡа телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре ҡуйылған. Шулай уҡ сайт медиатекаһында шағирҙың төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәре, уның ижадына ҡағылышлы видеояҙмалар, шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар тупланған. Ресурс интернет менән ҡулланыусыларҙың күбеһе өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Классиктың ижадын хөрмәт итеүселәрҙән тыш, бындағы материалдар менән әҙәбиәтсе-ғалимдар, уҡытыусылар, тәржемәселәр һәм башҡалар файҙалана ала.
Фотоһүрәттәр https://ramigaripov.ru/news сайтынан алынды