Илеш районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Ғәлимә Ғәлиева - 40 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған уҡытыусы. Әлшәй районының Һарыш ауылы ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус-башҡорт бүлегендә уҡый.
Хеҙмәт юлы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия менән бәйле, унда ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте дәрестәренән уҡытҡан. Беренсе Бөтё донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы делегаты, “Йыл уҡытыусыһы-1998" конкурсы еңеүсеһе була, ”Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулап грант ала. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы ла.
Әле хаҡлы ялда булһа ла, Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәктең актив ағзаһы. Районда мәктәп, китапхана, музейҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. “Уҡытыусы, остаз йылы" сиктәрендә мәктәптәрҙә уҙғарылған класс сәғәттәренең дә ул ҡәҙерле ҡунағы.
- Быйылғы йылға ла матур ғына пландар ҡорҙоҡ. Мәктәптәрҙә башҡорт халыҡ йырҙары тарихын һөйләп сығыш яһау, хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусылары менән кисәләр үткәреү, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән осрашыу һәм башҡа саралар ойоштороу ниәтләнә. Үҙем мәктәптә уҡыусылар алдында гәзит-журналдарға, яңы китаптарға күҙәтеү ҙә эшләйем, - тине конкурсантыбыҙ.
Ғәлимә Ғәлиева ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу йәһәтенән дә замандаштарына өлгө күрһәтә. Әлеге көндә һигеҙ төрлө гәзит-журнал алдыра, элегерәк был һан хатта 15-кә еткән. Сканворд сисеп, “Йәшлек ", "Башҡортостан" гәзиттәренә яуап ебәрергә лә өлгөрә. "Шоңҡар", "Бәрәкәт", "Киске Өфө" баҫмаларындағы кроссворд, сканвордтарҙы ла көтөп ала. Интернет менән файҙалана, телевизорҙан әҙәбиәт, сәнғәт темаларына булған тапшырыуҙарҙы ҡарай, коллегалары, уҡыусылары менән аралашып йәшәй.
- Үҙ йортомда йәшәгәс, эш етерлек. Йәй баҡса, сәскәләр үҫтерәм, ҡыш көнө ҡар көрәйем.Телевизор ҡарағанда бәйләм бәйләйем. Өфөләге матур сараларға барырға ла тырышам. “Йөрәк һүҙе"н бер ҙә ҡалдырғаным юҡ. Ураҙа тотам, дини белем алыу йүнәлешендә лә эшләйем. Ағинәйҙәрҙең һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ-ара аралашыу күңелгә байрам кәйефе бирә, үҙеңде кәрәкле тип тояһың, - тип һөйләне Илеш ағинәйе.
Һәр яҡлап уңған Ғәлимә Мансур ҡыҙына гәзитебеҙ конкурсында уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
Фото: шәхси архивтан.