Бөтә яңылыҡтар

Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!

Вәсилә Халиҡова 13 йыл ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй.

Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!
Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!

Сығышы менән Ғафури районының Уҫман ауылынан булған Вәсилә Халиҡованың бар ғүмере Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйле. Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағандан һуң, уны яҙмыш ошо ҡалаға илтә.

Байтаҡ йылдар Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы үҙешмәкәр халыҡ театры, халыҡ фольклор төркөмө етәксеһе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә. Хәҙер инде 13 йыл ошо бурысты арымай-талмай башҡара. Шул уҡ ваҡытта ул Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла.

Һәр ваҡыт халыҡ араһында конкурсантыбыҙ. Ул ойошторған халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауға йүнәлтелгән  сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ.  Был тырышлығы  өсөн Вәсилә Халиҡова 2018 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүсеһе исеменә лайыҡ булған. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, бихисап дипломдар, почет грамоталары ла - мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәтенә юғары баһа.  

Фото: шәхси архивтан.

 

Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!
Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!
Конкурсты Стәрлетамаҡ ағинәйе дауам итә!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: