Күгәрсен районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова 35 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған. Уға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыу ғына түгел, директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары, интернатта мөдир кеүек вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә. Мораҡ башҡорт гимназияһында эшләгән осорҙа, инновацион белем биреү усағы булараҡ гимназияның алдынғылар исемлегендә булыуында Гөлфиә Хәсән ҡыҙының да өлөшө бар.
Шул йылдарҙа уҡ ул йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Уны район советына депутат итеп тә һайлайҙар, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып та эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ярты йыл ғына ял итеп өлгөрә, уға яңы бурыс – район ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселекте йөкмәтәләр.
Әле был вазифала бер йыл тирәһе генә эшләүенә ҡарамаҫтан, әллә күпме саралар уҙғарылған. Районда “Ағинәйҙәр юлы” тип исемләнгән күләмле сара – эстафета ойошторолған. Был сара ауылдан-ауылға тапшырыла бара.
-Төп маҡсатыбыҙ – телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү. Туған телдәр көнөнә күптән түгел хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырып матур осрашыу уҙғарҙыҡ. “Милли биҙәүестәр” темаһына оҫталыҡ дәресе лә бик йәнле килеп сыҡты. Шул уҡ ваҡытта ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында ла онотмайбыҙ. Ағинәйҙәребеҙ махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙе лә иғтибарҙан өҙмәй. Йылы ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләп посылкалар оҙаттыҡ. Был йүнәлештә эш әле лә туҡталмай, ҡорот, туҡмастар киптереп әҙерләнек. Ағинәйҙәребеҙ башҡа райондарға сығып эш тәжрибәләре менән дә уртаҡлаша. Ейәнсура районының ағинәйҙәре менән дуҫлыҡ күпере булдырғанбыҙ. Күптән түгел Өфөгә барып ҡайттыҡ. Унда милли музейҙа, театрҙа булып матур тәьҫораттар алдыҡ, - тип һөйләне Гөлфиә Искәндәрова.
Күгәрсен ағинәйҙәренә "афарин" тибеҙ һәм артабан да шулай әүҙем булыуҙарын теләйбеҙ.
Фото: шәхси архивтан.