Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эльмира Диваева Беренсе каналда барған “Тауыш” популяр шоуының 11-cе миҙгелендә ҡатнаша.
Ул жюри ағзаларының береһе Полина Гагарина репертуарынан “Ҡыш” йырын башҡарҙы. Йырсының үҙен күрмәй тыңлауҙа Эльмираның сығышына Владимир Пресняков һәм Полина Гагарина боролдо. Жюриҙа тағы Баста менән Антон Беляев бар ине.
- Мин көслөмөн, тик көсөм ҡатылыҡта түгел, ә ғәҙеллектә. Мин аңларға тырышам. Быны тормоштағы уңышҡа нигеҙ тип һанайым, - тип белдерҙе Эльмира.
Эльмира Полина Гагаринанан йырҙы бергәләп башҡарыуҙы һораны, әммә ул уның командаһын һайламаны. Ул Владимир Пресняков командаһында ҡатнашасаҡ.
28 йәшлек йырсы Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған һәм һуңғы ун йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәй.
Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.