Бөтә яңылыҡтар

Сорғот ағинәйе сәләмләй!

Башҡортостандан алыҫта ла мәҙәниәтебеҙҙе һүндермәйҙәр.

Сорғот ағинәйе сәләмләй!
Сорғот ағинәйе сәләмләй!

Сорғот ҡалаһының ағинәйҙәр ойошмаһы 2021 йылда барлыҡҡа килә, уның етәксеһе итеп Рәхилә Ғөбәйҙуллина һайлана. Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Буранбай ауылынан.

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, район мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Башланғыс кластарҙа ла, рус, башҡорт телдәренән дә белем бирә. Һуңынан яҙмыш елдәре Рәхилә апайҙың ғаиләһен Сорғот тарафтарына илтә. Йәшләй генә ике йәшлек улы, тормош иптәше менән Сорғот ҡалаһына күсенә әңгәмәсем.

- Беҙ, башҡорт йыр-моңона ғашиҡ кешеләр булараҡ, ул йылдарҙа үҙебеҙҙең моңдо һағына инек. Башҡортостандан килгән артистарҙың концерттарын көтөп алдыҡ. Минең иптәшем Сирғәли Ишемғолов шәп ҡурайсы, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы  ине. Беҙ уның менән үҙебеҙ йырлайбыҙ, балалар тыңлай торғайны, белгәндәрен ҡушылып йырларҙар ине. ”Башҡортостан” гәзитен, “Ағиҙел”, “Башҡортостан  ҡыҙы” журналдарын  алдырып уҡып республика яңылыҡтары менән танышып йәшәнек. 2012  йылдың 7 сентябренән Сорғотта БЮТ каналы күрһәтә башланы. Был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды, - тип республиканан йыраҡтағы тормошо тураһында һөйләне Рәхилә апай.

Башҡорт ойошмаһында үткәрелгән  бөтә сараларҙа ла, Өфө менән  онлайн осрашыуҙа ла ҡатнашалар, билдәле шәхестәр менән фекер алышырға ла мөмкинлек табалар. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә посылкалар ебәргәндә лә Сорғот ағинәйҙәре ситтә ҡалмай. Был эште ойоштороуға күп көс һалған Рәүфә Ғафароваға рәхмәтле булыуын да белдерҙе конкурсантыбыҙ.

- Байрам алдынан бөтә гүзәл заттарҙы Яҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ихлас күңелемдән ҡотлайым! Бөтәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ, ғаилә бәхете, балалар, ейәндәр, туғандар шатлығы, яҡшы кәйеф теләйем. Йөрәктәрҙә йәшәү дәрте һүнмәһен, йөҙөбөҙҙән бәхетле йылмайыу китмәһен, сөнки үҙе  бәхетле кеше генә тирә-яғындағыларға шатлыҡлы мөхит тыуҙыра. Һау булайыҡ, бар булайыҡ, берҙәмлектә, телебеҙҙе һаҡлап, Башҡортостаныбыҙҙы донъя  кимәлендә алдынғы итеү өсөн тырышайыҡ, - тигән байрам теләктәрен еткерҙе Сорғот ағинәйе.

Моңобоҙҙо Башҡортостандан ситтә лә таратҡан, яңғыратҡан, мәҙәниәтебеҙҙе күтәргән Рәхилә Ғөбәйҙуллинаның үҙенә лә тик изге теләктәр.

Фото: шәхси архивтан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: