Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенә ҡунаҡҡа Өфө сәнғәт училищеһының “Рәсәй Халыҡ милли уйын ҡоралдары” бүлеге студенттары үҙҙәренең етәкселәре, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Далха улы Ғүмәров һәм ҡурай уҡытыусыһы, БР мәғарифы отличнигы Дамир Абдулла улы Әбүбәкиров менән ҡунаҡҡа килде. Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткәрелгән был сарала беҙ моңдар иленә сәйәхәт ҡылдыҡ.
Ҡурайсы егеттәр халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа моңло ла, дәртле лә халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙеләр. Думбырала, ҡыл ҡумыҙҙа уйнаусы, күңелдәргә үтенеп инерлек йырҙар бүләк итеүсе ҡыҙҙарҙың һәм ансамблдең сығышын да тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Халҡыбыҙҙың үлмәҫ йыр-моңдарын рәхәтләнеп тыңлаусыларҙың хатта күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.
Шулай уҡ Дамир Абдулла улы менән Рөстәм Далха улы балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр, милли уйын ҡоралдарында уйнау серҙәре менән бүлештеләр, һөнәр һайлау буйынса кәңәштәрен әйттеләр, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Ошондай йәмле сығыштар, оҫталыҡ дәрестәре менән ҡыуандырыусыларҙың һәм был сараны ойоштороуҙа оло ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла барлыҡ тамашасылар исеменән оло рәхмәт әйтке килә.
Имза БИКТИМЕРОВ,
Ҡырмыҫҡалы ауылы.
Сығанаҡ: vk.com/dairabash