Әлшәй районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиева ошо райондың Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән.
1972 -1976 йылдарҙа Салауат педагогия училищеһын тамамлап, Иҙрис ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай ул. Юғары белем алырға ла өлгөрә. 1987 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Иҙрис мәктәбендә 40 йыл балаларға белем биреп хаҡлы ялға сыға.
Ғүмер буйы уҡытыу, тәрбиә эше менән ҡайнап йәшәгән ханым пенсияға сыҡҡас ауыл мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһына тәғәйенләнә, ә 2015 йылдан районда ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Уның тырышлығы менән клубтың эше бик йәнле бара. "Барлыҡ мәҙәни сараларҙы ағинәйҙәр менән йолаларға таянып уҙғарырға тырышабыҙ", -ти ул.
Йәмғиәтебеҙҙә тәрбиә эштәрен алып барған, йолаларыбыҙҙы тергеҙгән Әлшәй ағинәйҙәренең эштәре тураһында ишетеп торабыҙ. Уларға киләсәктә лә изге башланғыстарының дауамлы булыуын теләйбеҙ.
Фото: шәхси архивтан.