Өфө районының Шамонин ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиева сығышы менән Федоровка районының Яңы Яуыш ауылынан. Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүе лә уға йәш сағынан хас. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған мәлендә үк бындай сараларҙан ситтә ҡалмай. Каникул ваҡытында Стәрлетамаҡ халыҡ театры менән гастролдәргә лә сыға. Хеҙмәт юлын Ғафури районының Ҡурғашлы урта мәктәбендә башлай. 1977 йылдан алып 2010 йылға тиклем Федоровка районының Бала Сытырман урта мәктәбендә өлкән пионервожатыйҙан алып директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаларында хеҙмәт итә. Был осорҙа уның хеҙмәте ҙур наградалар менән дә баһалана. Мәҫәлән, 1986 йылда йәш быуынды тәрбиәләүҙәге намыҫлы хеҙмәт өсөн III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнә.
Яуаплы етәкселек вазифаларын да биләй Рәйфә Фирғәли ҡыҙы: 1990-1993 йылдарҙа ауыл хакимиәте рәйесе урынбаҫары, 1993 -2010 йылдарҙа Бала Сытырман мәктәбе директоры булып эшләй. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптең матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Ул ғына ла түгел, был йылдарҙа мәктәп уҡыуҙа ла, спортта ла, кластан тыш сараларҙа ла алдынғы урындарҙы биләй. Дүрт саҡырылыш район Советы, өс саҡырылыш ауыл Советы депутаты булып эшләгән осорҙа ла халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүгә өҫтөнлөк бирә.
2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, йәмәғәт эштәренә сума. Ауылдың иң хөрмәтле ағинәйҙәрен туплап изге эш башлай. Рәйфә Фирғәли ҡыҙы үҙен журналистикала ла һынап ҡарай. Уның тос мәҡәләләре республика баҫмаларында ла донъя күрә. Эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә өлгөлө булып яҡташтарының ихтирамын яулай ул.
Өфө яҡтарына күсенгәс тә, үҙен яҡшы ойоштороусы итеп таныта. 2018 йылда Өфө районының Шамонин ауылында ағинәйҙәр ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, Рәйфә Фирғәли ҡыҙы ең һыҙғанып эшкә тотона. Әлбиттә, ойоштороп ебәреү еңелдән булмай. Шулай ҙа етәкселек өлкәһендәге тәжрибәһе, халыҡ менән эшләй белеүе уға ярҙамға килә. Ағинәйҙәр араһында ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусылар,тәрбиәселәр күп булыуы ла файҙаға. Мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы күтәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуялар. Халыҡ педагогикаһына таянып ойошторолған саралар балалар өсөн айырыуса фәһемле, ҡыҙыҡлы була.
Ауыл халҡын берләштереү ҙә уларҙың изге маҡсаты. "Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып ҙур ауылдар араһында 2-се урын яулауҙары халыҡтың берҙәмлеген, сәләмәт, айыҡ тормош алып барыуын сағылдыра.
Халыҡ менән бер төптөн эшләгән ағинәйҙәрҙең эше киләсәктә лә ырамлы булһын.
Фото: шәхси архивтан.