Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!

Ҙур конкурста Гран-при алған Мәҙинәнең уңышына һөйөнөп, бабайы Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов шиғыр ҙа яҙған! Был ижад эше - яҙмала.  

Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!
Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!

Дим биҫтәһендәге 161-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Мәҙинә Йәндәүләтова Ҡазанда үткән "Булмышы-артист" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулаған. Һынлы сәнғәт жанрында ул үҙенең "Көйәнтәле ҡыҙ" картинаһын тәҡдим иткән.

Был шөғөл менән Мәҙинә бик бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына, ун йәшенән Өфөнөң 3-сө балалар художество мәктәбендә уҡый башлай. Етәксеһе – Эльвира Мөнир ҡыҙы Каспранова. Һүрәт төшөрөүгә оҫта ҡыҙ төрлө сараларҙа даими ҡатнаша, "Шаляпин. Музыка. Театр" балалар художество конкурсында ла беренсе дәрәжә диплом  яулаған.

Тәбиғәттән бирелгән һәләт менән бергә, баланың уңыш нигеҙе ғаиләнән дә килә. Гөлфиә һәм Әғзәм Йәндәүләтовтарҙың күп балалы өлгөлө ғаиләһендә үҫә ҡыҙ. Һеңлеһе Әлиә лә сәнғәткә ғашиҡ, оҫта йырлай, ошо уҡ мәктәптең вокал бүлеген тамамлаған. Бәләкәй ике ҡустылары әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Улар ҙа пластилиндан матур һындар яһарға әүәҫ.

Мәҙинәне оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә уға тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларға яҙһын!

Талантлы ҡыҙҙың уңышына һөйөнөп, бабайы Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов шиғыр ҙа яҙған. Бына ул:

Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазан яулай,
Милләт данын таратып.
Мәҙинәнең шәп һүрәте
Тора үҙенә тартып.
Көйәнтәле ҡыҙ күскәндер
Ҡағыҙға сып-сынъяһау.
Уйын эш түгел, әлбиттә,
Шундай рәсемде яһау.
Күпме күҙ нурын түккәндер,
Төндәрен керпек ҡаҡмай.
Уйланыптар күп ятҡандыр,
Ҡағыҙға буяу яҡмай.
Образ тыуҙырыу ауырҙыр,
Күңел аша үткәреп.
Быуындан килгән тарихты
Ҡағыҙ аша еткереп.
Халҡыбыҙ үткәне унда,
Быуындар ялғанышы...
Түбән атҡан ҡарашында --
Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы.
Зифа талдай нескә билдең
Хозур милли кейеме.
Һәр башҡорттоң үҙаңына
Барып ҡына тейерме?
Һүрәтенән рух бөркөлә,
Ҡазанға йәм, нур өҫтәп,
Ҡайт, Мәҙинә, тыуған яҡҡа,
Тағы еңеүҙәр көҫәп!

Фото: Мәҙинә Йәндәүләтованың шәхси архивынан.

Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!
Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!
Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!
Беҙҙең ҡыҙҙар Ҡазанды "яулай"!
Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: