Бөтә яңылыҡтар

Лариса Абдуллинаға – Салауат Юлаев ордены!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров гүзәл заттарға награда тапшырҙы    

Лариса Абдуллинаға – Салауат Юлаев ордены!
Лариса Абдуллинаға – Салауат Юлаев ордены!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеү уңайынан, республикабыҙҙың төрлө өлкәһендә эшләгән бер төркөм гүзәл зат вәкиле "Торатау" конгресс-холында йыйылды. Етеп килгән байрам уңайынан уларҙы  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм наградалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле башҡорт шағирәһе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина бар. Ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды! 

Лариса Хашим ҡыҙын юғары награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, артабан да ең һыҙғанып эшләрлек һүрелмәҫ дәрт, илһам теләйбеҙ!  

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: