Ҡала ерлегендә мәҙәниәтте күтәреү, йолаларҙы тергеҙеү еңелдән түгел. Октябрьский ҡалаһында Миңлегөл Ахунова етәкселегендә ойошма төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, мәктәп, балалар баҡсаларында туған телебеҙҙе үҫтереү, ғөрөф–ғәҙәттәрҙе балаларға еткереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара.
Миңлегөл Нурый ҡыҙы сығышы менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан. 1998 йылда Өфөлә Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлағас, Октябрьскийға теш табибы итеп эшкә ебәрелә һәм шул осорҙан тормошо ошо ҡала менән бәйле.
Миңлегөл Нурый ҡыҙы оҙаҡ йылдар дәүләт учреждениеһында эшләгәндән һуң үҙенең шәхси стоматология клиникаһын асып, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Был клиниканың эшен юғары баһалап, Рәсәй стоматология ассоциацияһы Миңлегөл Ахунованы "Стоматология отличнигы” миҙалы менән бүләкләгән.
Ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Ире Дамир Мөнир улы менән ике бала үҫтерәләр. Улдары - Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, ҡыҙҙары - мәктәп уҡыусыһы.
Фото М. Ахунованың шәхси архивынан.