Бөтә яңылыҡтар

Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда...

Был матур йырҙың яҙылыу тарихын беләһегеҙме? 

Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда...
Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда...

Тормошом юлында,

Яңғыҙым ҡалғанда...

Осар ҡанаттарым

Арманһыҙ талғанда...

Яҙмышым томанын.

Тараттың нур булып.

Тормошом ялғанын

Тағаттың йыр булып...

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының ир-егеттәре 8 Март айҡанлы гүзәл заттарға бик матур бүләк – бына ошо йырға видеояҙма әҙерләп, социаль селтәрҙәр аша тәҡдим итте. Йыр-бүләк күптәрҙең күңеленә хуш килде.

Видеояҙмала яңғыраған моңло ла, мәғәнәле лә йырҙың тарихы тураһында журналист Рәйлә Күсемханова яҙып сыҡты.

“Театр артистары башҡарыуында матур йыр. Танынығыҙмы? Әнғәм Атнабаевтың "Хушығыҙ, хыялдарым" спектакленән... Һүҙҙәрен күп кенә популяр йырҙар авторы, шағир, һөнәре буйынса үҙе лә театр актёры Мирсәйет Ҡылысов ижад иткән. Ҡайта-ҡайта тыңлайым. Һәр юлы айырым бер эпиграф, үҙе бер айырым йөкмәтке! Шулай бит? Әйткәндәй, мин был йырҙы Мирсәйет ағай менән уның хәләле, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре Фәнүзә Баһауетдинованың үҙҙәре башҡарыуында ҡунаҡта ишетеп тә таң ҡалғайным. Ижади пар был йырҙы иҫ киткес тәбиғи, матур итеп йырлай. Тандем! Оҙаҡ ҡына китмәне ул минең күңелемдән һәм бына бөгөн тағы әйләнеп ҡайтты...

Йырланаһы йырҙарҙың яҙмышы ла бер-береһенә оҡшаш була икән. Был йырҙың да үҙенә хас тарихы бар. Һүҙҙәрен автор 1998 йылда, ҡыҙҙары Гөлйемеш тыуғас ижад иткән. Фәнүзә апай бала табыу йортонан ҡайтыуға яҙып ҡуя ул уны. Шиғырға бәхетле "ғүмер" инселәнә. Бәпесте үҫтереп эшкә сыҡҡас, Фәнүзә апай иренең шиғырҙарын баҫып, бер шәлкемгә туплай. Журналистың эш өҫтәлендә ятҡан шиғыр юлдары фонотекаға инструменталь музыка һорап килгән композитор Юлай Үҙәнбаевтың күҙенә салына. Ул мәлдә моң илсеһенең үҙенең дә Өфөгә күсеп килеп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яңы эш башлаған сағы була.

- Бир әле, "Хушығыҙ, хыялдарым" спектакленә йыр кәрәк. Ошо тура килергә тейеш, эшләп ҡарайым, - тип алып китә ул уны.

Шиғыр ысынлап та, спектаклгә тап-таман "ята", бер һүҙе лә үҙгәртелмәй көй яҙыла. Автор спектакль премьераһына үҙе лә бара. Финалда йыр яңғырай. Ҡыҙғаныс драмала тамашасылар илай... Йыр күҙ йәштәрен тағы ла көсәйтә. Музыкаль композиция һаман да йырлана, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп тағы ла әллә күпме йырланыр... Шағир үҙе әйткәнсә, йыр булып, яҙ булып, наҙ ҡойоп, киләсәк булып...”

Сығанаҡ: Рәйлә Күсемханованың социаль селтәрҙәге сәхифәһе (vk.com/id95539978)

Фото: видеонан скрирншот.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: