Бөтә яңылыҡтар

Ғазаптарға үҙең һалдың, дауаһын да тап инде… (Аҙағы)

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Сәриәһе ҡаршыһында оҙаҡ уйланып ултырҙы Рәлиф. Уйҙарынан уны Сәриә бүлдерҙе:

– Юлың оҙон, тамаҡ ялғап сыҡ, әйҙә өҫтәл артына, – тине лә аш бүлмәһенә саҡырҙы. Ир кеше, ундай йылы һүҙ ишетеүенә аптырап, ҡатын артынан ҡуҙғалды. Өҫтәл артында ултырғанда ла ир ҡаты­нынан күҙен алманы. Тик ҡатын ғына ҡарашын гел ситкә борҙо. Матур итеп тәмле аштары менән һыйланы, тик бик асылып китмәне. Бөтә ҡиәфәтендә һалҡынлыҡ, ҡабул итмәү ярылып ята ине. Тәмле аштары өсөн рәхмәт әйтеп, Рәлиф ҡатынының һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырҙы. Өҫтәлдәге әй­берҙәрҙе алғылаштырғас, Сәриә тағы килеп ултырҙы. Был юлы ул ҡарашын ситкә борманы:

– Йә, ниндәй елдәр ташланы тыуған яҡтарға? – тип һалҡын ғына  һорап ҡуйҙы.

Рәлиф юғалып ҡалды. Һуң, аңлай бит инде хәлемде, ниңә өҙгөләй икән, тип эстән генә уфтанып ҡуйҙы.

Ире өндәшмәгәс, Сәриә:

– Кейемдәрең верандала, ҡап­сыҡ­тарға тултырылған. Бына тағы ла көҙ етә, урып-йыйыу эштәрең күптер. Ҡабат әллә юлың төшә, әллә юҡ. Бер нәмәңде лә ҡалдыр­ма, машинаңдың кузовы иркен, нимә теләйһең, барын да ал, тейә, машинаң тарта алғансы, – тине лә урынынан ҡуҙғалды. Ир, башын түбән эйеп, уның артынан сыҡты.

– Сәриә, һин мине дөрөҫ аң­ламаның. Мин ҡайтырға булдым, бөтөнләйгә. Мин инде ун көн ра­йонда. Һиңә күренергә генә оялып йөрөнөм. Иптәш егеттә торам. Уларҙан ярҙам һорағайным, алтындай ҡатынды ташлап киткәндә, кәңәште минән һораманың, бер-ике аҙнаға түҙәм-түҙеүен, тик ни өсөндөр ҡул ҡысый һине күрһәм, тип оҙатты бөгөн, – тип ашығып һөйләй башланы Рәлиф.

Уның был һүҙҙәренән Сәриәнең башы әйлә­неп китте. Ул, хәлһеҙ­ләнеп, ишек яңағына һөйәлде. “Нисек инде улай? Билдәһеҙлеккә һалып сығып китте лә, әле бына шулай еңел генә, ғәфү үтенеп, ҡайтып инмәксе. Ул күңел асып, йәш ҡатын ҡуйы­нында ятҡанда иҫенә лә төшмәнем. Мине бер кәрәкмәгән әйбер кеүек, күңеленән һыҙып ташлап, онотолоп, рәхәтләнеп йәшәгәндә, ә Сәриәм ни хәлдә икән, тигән уй ҙа төшмәне башыңа. Исмаһам, бер шылтыратып аңлатһаң, еңелерәк булыр ине лә бит…” Оҙаҡ торҙо уйҙарына бирелеп Сәриә. Иренең еңелсә генә итеп яурынына ҡулын һалыуы уны һиҫкәндереп ебәрҙе. Кинәт кенә Рәлифтең ҡулдарын һыпырып ташлап ҡапҡаға йүнәлде. Уны шар асып:

– Әйберҙәрең верандала, тейә машинаңа, кискә ҡалып йөрөмә, кәләшең асыуланыр, – тине лә  өйгә табан атланы.

Ҡатынын ярты юлда ҡыуып етеп, Рәлиф уны ҡосағына алырға тырышты. Сәриә уның ҡулдарын сирҡанғандай алып ташланы ла иренең күҙенә ҡараны. Туп-тура итеп, тултырып, ошо ҡарашҡа бөтә әрнеүен, күңел ғазаптарын, нәф­рәтен һалып, оҙаҡ текәлеп торҙо ул иренә. Рәлифтең ҡарашы шундай йәл, әрнеүле ине. Күҙ ситендә йәштәр емелдәй, бына-бына илап ебәрер кеүек. Кинәт ул Сәриә алдына тубыҡланып, ҡулдарынан ҡыҫып тотто ла  тотлоға-тотлоға һөйләй башланы:

– Ғәфү ит мине, зинһар, Сәриә­кәйем. Беләм, аңлайым, хаталарым тауҙай, ғәфү итерлек тә түгел. Тик һинең изге күңелеңә генә ышанам. Ҡайҙан ғына юлландым икән шул Шишмә тарафтарына, үкенеп бөтә алмайым. Йыраҡ рейстарға йөрөр инем әле бында ла. Минең бөтәһе лә иҫемдә, Сәриәкәйем, нисек итеп мине юлға әҙерләгәнең, нисек итеп тәмле аштар бешереп, ҡояштай балҡып ҡаршы алғаның. Хыянатым ҙур һинең алда, нисек кенә төҙә­тәйем һуң хатамды, әйт, кәңәш бир, нишләйем һуң? Йәшәй алмайым мин һинһеҙ, балаларһыҙ.

Кинәт ир кеше, битен ике ҡулы менән ҡаплап, үкереп илап ебәрҙе. Бәләкәй малай кеүек, үкһеп-үкһеп, ярһып-ярһып иланы. Сәриәнең дә күҙенә йәш тулғайны. Тик ул тиҙ генә йәшен һөртөп, үҙен ҡулға алды. Тыныс булырға тырышып, ирен аяҡҡа баҫтырҙы ла:

– Тыныслан, Рәлиф, миңә лә бик еңел түгел үткәндәрҙе һыпырып ташлау. Улар шулай матур хәтирә булып иҫтә ҡалһын. Насар йәшә­мәнек, донъя көттөк, балалар үҫтерҙек. Өй һинең исемдә бит, ҡайт, йәшә ошонда, икәүләп һалған нигеҙ. Ә мин балаларға ла һыйырмын. Яратҡан эшем, балаларым бар. Һин килтергән ғазап­тарҙы оноторға тырышам мин. Һинең шундай меҫкен хәлгә ҡалыуың миңә лә ҡыйын. Йәлләтмә үҙеңде, ир кеше була бел. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр, тиҙәр бит. Хаталарыңды үҙең төҙәт. Мине күрә алмаҫ сиккә етеп ғашиҡ инең бит йәш кәләшеңә, хатта тауышымды ла ишетергә теләмәнең, телефонды ла алманың, – тип, Сәриә Рәлифтең күҙенә төбәлде. Ҡатынынан күҙен ала алманы ир. Эй, Аллам, ошо фәрештәләй сибәрҙе нисек рәнйетә алды икән. Ҡарағаттай күҙҙәренән йылылыҡ бөркөлгән һымаҡ. Ҡалын ҡара сәстәре матур итеп киҫелгән. Шундай бөхтә, матур шул уның Сәриәһе. Ә нисек ярата ине уны ҡатыны…

Алыҫ рейстан ҡайтҡанда йүге­реп сығып ҡаршы алыр ине. Кабинанан һикереп төшөп, ҡосағына алыр ине лә, ҡолағына ғына шы­бырҙап, яратам, тиер ине. Эх, бәхетле үткәндәр… Ә хәҙер араларҙа – упҡын. Тәрән упҡын, һикереп сығырҙай түгел. Ә күперҙәр – юҡ. Нишләргә генә икән һуң? Саралары барҙыр бит, тик ҡайҙан, нисек табырға уларҙы? Йән ғаза­бынан да ауыр нәмә юҡ икән. Һыпырып ташлап та булмай. Көнө-төнө әрней ҙә әрней...

Рәлифте уйҙарынан Сәриә сығарҙы:

– Йә ярай, Рәлиф, һау булып тор. Әгәр ҡайтып, бында йәшәргә уйлаһаң, хәбәр ит, мин балаларға күсермен. Тик шуны үтенәм, үҙебеҙ бергә ҡорған, балалар тыуып, уларҙың йүгереп үҫкән йортҡа һөйәркәңде алып килә күрмә. Был ғазаптарҙан башымды саҡ күтәреп киләм әле. Уттан алып утҡа һалма, зинһар.

– Һин нәмә һөйләйһең, Сәриә? Ниндәй һөйәркә, ти. Ул әллә ҡасан икенсе йәш кейәүгә сыҡты. Мине ҡыуып сығарғанына инде алты ай. Берәҙәк кеүек йөрөйөм шунда типкеләнеп…

Сәриә уның һөйләгәнен тыңлап торорға теләмәне:

– Аҡланма, Рәлиф. Үткәндәрең – һинеке. Мин өйҙә саҡта башҡа киләһе булма. Эҙләмә минең менән осрашыуҙы. Балалар, бәлки, ғәфү итер. Бер аңламаһа, бер аңларҙар. Һин насар атай булманың, рәхмәт улар өсөн, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәнең өсөн. Тик яфалама мине яңынан. Яраларым бигерәк тәрән, әрнемәгән көнөм булманы. Инде онотоп та бара инем, бына килеп тағы яңырттың. Аҡылым менән аңлайым да бит, тик күңелем туңған, ышаныс ҡалмаған…

Сәриә ашығып атлап өйгә инеп юғалды. Шаңҡып ҡалған ир әкрен генә машинаһы янына барҙы. Тәмәке ҡабыҙып, оҙаҡ уйланып ултырҙы “КамАЗ” тәгәрмәсенә һөйәлеп. Ҡайҙа барырға, кемгә барып баш төртөргә? Балаларының ғәфү итмәйәсәген белә атай кеше. Дөрөҫлөк ҡатын яғында икәнен яҡшы аңлай Рәлиф, бик яҡшы аңлай. Тик өмөт тигән нәмә лә бар бит. Бәлки, ғәфү итер әле. Инде олоғайып та баралар. Утыҙ йыл ғүмерҙе һыҙып ташлап булмай бит инде. Уның уйҙарын эсендәге икенсе бер тауыш бүлдерә: “Һыҙып ташланың да инде, уйлап та торманың”, – тип. Көнө-төнө ике йән эйәһе көрәшә унда. Береһе уны аҡлап, яҡлай, өмөтләндерә. Икенсеһе эттән алып эткә һалып һүгә, йәшәрлек ерен ҡалдырмай. Хатта төшөндә лә йәне икегә бүленеп өҙгөләй Рәлифте. Ошо уҡ ғазаптарҙы Сәриәһе лә кисергән бит. Билдәһеҙлектең ниндәй ауыр хәл икәнен әле генә аңланы Рәлиф, үҙ башына төшкәс кенә аңланы…

Ә өй эсендә Сәриәнең йәне өҙгөләнде. Ҡул һуҙымы баҫып торған иренә үрелеп ҡулын һала, уны ғәфү итә алмауы үҙәген өҙҙө. Бер залға сыҡты, бер йоҡо бүл­мәһенә инде. Аш-һыу бүлмәһенә инеп, һыу ҡойоп, ҙур бокалды өҫтәлгә ҡуйып, уйға батты. Йәшләй генә тол ҡалып, балаларын япа-яңғыҙ ҡарап үҫтергән әсәһенең йыры иҫенә төштө:

Ултырҙым ҡайын төбөнә,

Ҡайын төбө һалҡынға.

Үлән янып китер ине

Эсемдәге ялҡындан…

“Эй, әсәкәйем! Минең дә хәлдә­рем шулай әле. Эсем тулы ут. Нимәләр генә ҡылайым да нисек кенә сығайым был ялҡындан?”

Сәриә күтәреп һыуҙы эсте лә тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты. Тәҙрә ҡаршыһында торған “КамАЗ” каби­наһынан уға өмөт тулы ҡарашын тултырып Рәлифе ҡарап тора ине…

- Гөлшат САМАТОВА

 

Дәүләкән районы

Читайте нас: