“Әҙәби ҡунаҡхана”ла ҡунаҡта

Ағиҙелдәр журнал уҡыусылар менән осрашты.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең бер йүнәлеше – “Әҙәби ҡунаҡхана”. Билдәле шағирә Йомабикә Ильясова етәкләгән был йүнәлештә әҙәбиәт, башҡорт әҙәбиәте, уның үҫеше, проблемалары хаҡында һүҙ йөрөткән осра­шыу­ҙар, кисәләр ойошторола.

Күптән түгел “Әҙәби ҡунаҡхана” халҡыбыҙҙың милли-ижтимағи тормошонда ҙур роль уйнаған “Ағиҙел” журналының 100 йыллығына ар­нал­ған осрашыу үткәрҙе. Осра­шыуға әҙиптәр, ғалимдар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, башҡорт әҙәбиәте уҡытыусылары, тәрбиәселәр һәм милли баҫмабыҙҙы һөйөүселәр йыйылды.

– Журналыбыҙҙың 100 йыл­лы­ғын иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә ты­рышабыҙ. 100 йыл эсендә ба­ҫыл­ған 100 хикәйәнән торған ике томлы китап әҙерләйбеҙ. Икенсе, өсөнсө китабыбыҙҙа “Ағиҙел”­дең тарихы яҙылды. Журна­лы­быҙҙың өсөнсө һаны иҫтәлектәрҙән генә торасаҡ, – тип бүлеште жур­налдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин.

Журналдың яуаплы секретары Луиза Кирәева һуңғы ике йылда әҙә­би баҫмала донъя күргән әҫәр­ҙәргә күҙәтеү яһаны. Әҙәбиәт аҡһа­ҡалы Ҡәҙим Аралбаев үҙенең жур­налға бәйле йылы хәтирәләре ме­нән уртаҡлашты, тәҡдимдәрен еткерҙе.

Баҫманың айырылғыһыҙ дуҫ­тары Миҙхәт Мәмбәтов, Тәлғәт Сәғитов, Юлай Ғәйнетдинов, Ғи­ниәт Ҡунафин, Фәнил Күзбәков, Зәки Әлибаев журналдың әҙәбиә­тебеҙҙе үҫтереүҙәге роленә туҡ­талды. Осрашыуҙы Заһир Ба­йыҡтың ҡурай моңо биҙәһә, Әхмәр Үтәбай һәм Гөлнара Хәлфет­ди­нованың шиғырҙары рух өҫтәне.

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас